Бил ауыртҡанда уның торма менән ҡатышмаһын файҙаланалар. Һарымһаҡтың тағы ла бер үҙенсәлеге: ул кеше организмына зарарлы бик күп ағыулы матдәләрҙе үҙенә тартыу көсөнә эйә.
Рецепт: Үпкә, ҡан тамырҙарын таҙартыу, йәшәү эликсиры: Уртаса ҙурлыҡтағы 1 баш туралған һарымһаҡты 100 мл араҡы йәки спиртҡа һалып 20-25 көн ҡараңғы урында тоторға. 10-15 тамсылап көнөнә 2-3 тапҡыр аш алдынан ярты стакан һөткә һалып эсергә.