Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ дауаһы
27 Ноябрь 2025, 23:00

Тире ауырыуҙарын дауалау ысулдары

Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын, мәҫәлән, тимерәү йәки экземаны лимон менән дауалап була. Ун көнлөк дауалау курсы ваҡытында лимон һутын түбәндәгесә ҡабул итергә: 1-се көн – 5, 2-се көн – 10, 3-сө көн – 15, 4-се көн – 20, 5-се көн – 25, 6-се көн – 20, 7-се көн – 20, 8-се көн – 15, 9-сы көн – 10, 10-сы көн 5 лимондың һутын эсергә. Көндәлек норманы бер нисә өлөшкә бүлеп эсергә. Лимон һуты тештең эмален ашамаһын өсөн ауыҙҙы мотлаҡ сайҡатырға кәрәк.

Тире ауырыуҙарын дауалау ысулдары
Тире ауырыуҙарын дауалау ысулдары

– Ҡыҙыл тимерәү мәлендә көнөнә 2 тапҡыр зарарланған урынды 3 минут тирәһе ҡайнар һыуҙа тоторға. Дауалау курсы – 2 аҙна.

– Тирегә сыҡҡан күп кенә сабыртмалар баллы-һарымһаҡлы компрестарҙан һуң юҡҡа сыға. Тигеҙ күләмдә алынған бал менән бешереп, иҙелгән һарымһаҡты төнгөлөккә сабыртмаға һөртәләр. Иртән был урынды калийлы һабын менән йыуалар һәм яңынан компресс яһайҙар. Сабыртмаларҙың урыны бөтәшкәнсе дауам итәләр.

– Тимерәү, һытҡыларҙан балан һуты ярҙам итә. Балан төнәтмәһе экземанан ла ҡотҡара. Төнәтмәне түбәндәгесә әҙерләйҙәр: 1-2 ҡалаҡ баланға 1 стакан ҡайнар һыу ҡоялар һәм 4 сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

– Ҡыҙыл көртмәленең (брусника) емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Ҡыҙыл көртмәле һуты тимерәү менән ҡорсаңғыны дауалай. Япраҡтары иһә ҡанһырап торған яраларҙы бөтәштерә, бының өсөн япраҡты һыуға еүешләп яраға һалалар һәм өҫтөнән көртмәле һутына манып алынған марля бәйләйҙәр.

– Гөлйемеш тә халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланыла. Дарыуханала һатылған гөлйемеш майы экзема, дерматит, псориаз, трофик сей яраларҙы дауалай.

– Экземаны дауалау өсөн дегәнәк төнәтмәһе ҡулланыла. 1 балғалаҡ дегәнәк тамырына 1 стакан ҡайнар һыу ҡояһың һәм 10 минут ҡайнатаһың. Көнөнә 4 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Ошо уҡ төнәтмәне компресс итеп ҡулланығыҙ. Ул экзема, дерматиттан файҙалы.

– Алоэның яңы ғына ҡырҡып алынған япрағын икегә ярып, шешкә һалһаң, ул уның эренен һурып ала. Ике сәғәт һайын повязканы алыштырырға.

Айбикә ЯҠУПОВА. “Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Сығанаҡ https://ejansura.ru/articles/auly-y-bayly-y/2022-02-26/haly-daua-y-2706495

Автор:
Читайте нас