Бындай халыҡ дауаһы баш әйләнгәндә, ҡолаҡ шаулағанда бик файҙалы, хатта хәтерҙе лә яҡшырта.
Бәлзәм әҙерләү өсөн 100 гр һарымһаҡты ике тапҡыр ит үткәргестән үткәрергә. Уға 1 стакан араҡы, 50 гр бал һәм 30 мл 20 процентлы прополислы төнәтмә ҡушырға. Барыһын да бергә бутап ҡараңғы урынға 10 көнгә ҡуйырға. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан ярты сәғәт элек 0,5 сәй ҡалағы эсергә.
Сығанаҡ https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2021-01-05/ola-shaula-andan-i-kitkes-daua-1234438