Ҡан шыйығайтыусы үҫемлектәр, емеш-еләктәр байтаҡ. Аҡ тирәк ҡайырыһы был йәһәттән иң көслөһө тип яҙалар.
Халҡыбыҙ мәтрүшкәле сәй эскән, ә ул ҡанды шыйығайтыуы менән билдәле. Ул "насар" холестеринды ла кәметә икән.
Шулай уҡ ябай ғына сараларҙан ҡырағай әберсә япрағы, туҡранбаш, сөгөлдөр ҙә бар.
Ә бына ҡаны шыйыҡтарға был үҫемлектәрҙе һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә.