Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ дауаһы
9 Ғинуар , 16:00

Ғәҙәтегеҙгә һеңһен

Булған һаулыҡтан яҙмау, матур-ҡараулы булыу, ҡартлыҡты бер аҙға булһа ла сигендереп тороу - кемде генә борсомай икән был һорауҙар?   Ә шул уҡ ваҡытта күптәрҙең ваҡыт, унан да бигерәк аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, бының өсөн ниндәйҙер ҡатмарлы тырышлыҡ һалғыһы, талғын ғына аҡҡан тормошон үҙгәрткеһе килмәүе лә бар. Әгәр шундайҙар бар икән, түбәндәге күнегеүҙәр - тап уларға. Уларҙы башҡарыу өсөн әллә ни ҙур көс тә, матди сығым да, күп ваҡыт та кәрәкмәй. Күнегеүҙәр көндәлек ғәҙәтегеҙгә инһә, хәл-торошоғоҙҙоң күпкә яҡшырғанын, күңелегеҙҙең үҫеп киткәнен тойорһоғоҙ.

Ғәҙәтегеҙгә һеңһен
Ғәҙәтегеҙгә һеңһен

 Һалҡын һыу менән ҡойоноу - ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн бик яҡшы сара. Был электән билдәле хәҡиҡәт. Тағы ла күҙәнәктәрҙе тарайта, иммунитетты күтәрә, физик күнегеүҙәрҙән һуң арыуҙы һыпырып алып ташлай. Тик һыуыҡҡа яйлап өйрәнергә, тәүҙә контраст душ алырға кәрәк.

 

Ҡыҫҡа ваҡытҡа асығыу көндәре ойоштороу ҙа организмды токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә, ябыҡтыра ла, хатта ҡартайыуҙы яйлата. Әгәр бер тәүлек ас тороу ауыр күренһә, 16: 8 ысулын ҡулланып ҡарағыҙ, был киске етегә тиклем ашаһағыҙ, иртәгәһенә көндөҙгө 11-ҙә ауыҙ асырға кәрәк тигәнде аңлата.шулай уҡ аш өҫтәленән туймаҫ борон төшөп китергә өйрәнегеҙ.

Туҡланғанда башҡа нәмәгә әүрәмәҫкә, һөйләшмәҫкә, телевизор-телефондарҙы һүндереп ултырып ашыҡмай ғына сәйнәп ашарға кәрәк, ти диетологтар. Киреһенсә булғанда, ҡасан туйғанығыҙҙҙы, аҙыҡтың тәмен белмәй ҡалыуығыҙ ихтимал.

Эс менән тын алыу. Көнөнә 5-10 минут тәрән итеп эс менән тын алырға ғәҙәтләнеү (быны иҙәнгә ятып эшләү уңайлыраҡ) шулай уҡ оҙаҡ йәшүҙең бер сере - ҡан баҫымын тигеҙләй, иғтибарҙы, йоҡоно яҡшырта.

Теште кокос майы менән таҙартыу. Йомшартыу һәм еүешләндереү сифатынан тыш кокос майы теш таҙартҡыс ролендә үтәй. Уны үҙен генә лә, аш содаһы ҡушып та ҡулланып була.Ул бактерияға ҡаршы сара булараҡ билдәле, шул уҡ ваҡытта химик матдәләре, зыянлы өҫтәлмәләре юҡ кимәлдә.

Ҡара шоколад ашағыҙ. Күп түгел, әлбиттә: көнөнә 45 грамм. Ул йөрәккә, мейегә, ғөмүмән һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Тик шоколадты 70 процент какаоһы булғанын һайлайбыҙ, сөнки нәҡ какао файҙалы матдәләргә бай.

Көнө буйы ултыра торған йә булмаһа киреһенсә баҫып ҡына эшләгән кешеләргә кәүҙә торошон әленән-әле үҙгәртеп тороу фарыз.Быны 20 минут һайын ҡабатларға. Эш урынында төрлө күнекмә эшләү уңайһыҙ булһа, бер килке кирелеп-һуҙылып алыу ҙа етә.

Күҙҙәрҙе алыҫҡа төбәп тороу. Гел генә яҡын араға ҡарағанлыҡтан,күҙҙең цилиар мускулы ҡыҫҡара, шунлыҡтан ул тала һәм баш ауырта башлай. Алыҫҡа ҡарап торғандан һуң цилиар мускул ял итә, йәғни йомшара. Быны ла һәр 20 минут һайын ҡабатлап торһаң, күреү һәләтегеҙ оҙаҡ борсолдормаҫ.

Технологияларһыҙ" ҡағиҙәһен үтәп ҡарағыҙ. Көндөң ҡайһылыр мәлендә бер нисә сәғәткә бөтә электрон ҡоролмалырҙы ситкә ҡуйып, китап алығыҙ, бешеренегеҙ, паркта йөрөгөҙ, ниндәйҙер уйын уйнағыҙ, ҡул эштәре менән булығыҙ. Иң яҡшы ял шундай мәлдә була икәнлеген аңлап хайран ҡалырһығыҙ.

Диңгеҙ тоҙо менән тәнегеҙҙе ышҡығыҙ. Диңгеҙ тоҙонда беҙҙең организмдағы кеүек минералдар һәм туҡлыҡлы матдәләр бар. Ул организмды аяҡҡа баҫтырыр, һаҡлау өсөн тәбиғи сара.

 

 Яңы һөнәргә өйрәнеү. Олоғайған һайын күҙәнәктәрҙе рухи яҡтан да туҡландырып тороу уларҙы көслөрәк итә ала.Яңы тел өйрәнеүме, программалау теленме - хәҙер уның тураһында интернетта туп-тулы -мейегеҙҙе эшләтегеҙ.

Саф һауаға мөмкинлек булған һайын сығырға тырышығыҙ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,52 минут һөҙөмтәле эштән һуң, 17 минут ял итеү фарыз. Ошо мәлде йәйәүләп тышта йөрөп килеүгә файҙаланығыҙ, шунан яңы көс менән эшкә тотонорһоғоҙ.

 Бейек үксәле аяҡ кемемен сисеп, аяҡтарығыҙҙы ял иттерегеҙ

 Бейе үксә, һис һүҙһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы матур, ылыҡтырғыс күрһәтә, шулай ҙа көн оҙоно йә көн һайын бындай аяҡ кейеме һаулыҡ өсөн етди зыян килтереүе мөмкин. Шуның өсөн аяҡ кейеме тигеҙ табанлы, уңайлы булырға тейеш.

Артығын ашамаҫҡа! Күп ашауҙан кеше һимерә, аҙыҡ эшкәртеү системаһы боҙола. Өҫтәл артынан торғанда үҙегеҙҙе еңел тойғоғоҙ килһә, тәрилкәләге аҙыҡты бөткәнсе түгел, бер өлөшөн генә ашап өйрәнегеҙ һәм "Мин туҡ!" тип әйтегеҙ.

Ферментланған аҙыҡ-түлек ашағыҙ йәки эсегеҙ. Хәҙерге замада  пробиотиктарҙың тәбиғи сығанағы етешмәй. Пробиотик - ул аш һеңдереүҙе яйға һалған тере файҙалы бактериялар. Ферментланған аҙыҡтарға тәбиғи йогурттар, тоҙланған кәбеҫтә, соя соусы һәм башҡа тоҙло ризыҡтар инә. 

10 минутлыҡ интенсив күнекмә үткәреп алығыҙ. Талсыҡҡан тәнде төрлө хәрәкәттәр ярҙамында яҙыу бик файҙалы.

Көнө буйы компьютер йәки руль артында ултырыусыларҙың көсөргәнешлектән тәндәре һыҙлай башлауы бар. Шул ваҡытта үҙ-үҙегеҙгә массаж яһағыҙ. Ҡан әйләнеше яҡшырып, ҡыҫылған мускулдар яҙылып, тән турайып китер.

Лимонлы һыу эсеү. Ярты лимон һуты менән ҡушылған һыу организмды иң шәп уятыусы сара. Лимон витаминдарға, антиоксиданттарға, туҡлыҡлы матдәләргә бик бай булғанлыҡтан, көс бирә, иммун системаһын яҡшырта, тән тиреһен сафландыра, аш һеңдереүгә булышлыҡ итә.Теш эмаленә зыян итмәһен өсөн уны һыуға ҡушып эсергә

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас