ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
4 Сентябрь 2018, 11:48

Ихтыяр көсөнә һынау

Ауыр атлетика буйынса республика чемпионаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ялы, аралашыу сараһы ғына түгел, ә ихтыяр көсөнә һынау ҙа.

Йыл һайын республиканың төрлө төбәгенән йыйылалар унда. Быйыл Ауырғазы, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Хәйбулла һәм башҡа район-ҡалаларҙан 22 команда ҡатнашты.
Мәләүез намыҫын Ирина Пушка, Василий Парамонов, Илдар Мөхәмәтов яҡланы. Шәхси иҫәптә Исмәғил Һөйәрғолов үҙ көсөн һынаны. Ул бындай сарала тәүгә ҡатнаша, шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҡташ көйәрмәндәр уға ҙур өмөт бағланы.
Район-ҡалала 650 һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждан иҫәптә тора. Шуның илленән ашыуы “Вита”, “Батыр”, “Аҡсарлаҡ” клубтарында даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә һәм йылдан-йыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Был йәһәттән уларға уңайлы шарттар тыуҙырыуға, ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыуға ҙур өҫтөнлөк бирелә. Гер һәм штанга күтәреү, еңел атлетика, саңғы ярышы, өҫтәл теннисы буйынса төрлө кимәлдәге чемпиондарыбыҙ бар. Егерме икенсе тапҡыр үткәрелгән ауыр атлетика буйынса республика чемпионатына ла ентекле әҙерләнделәр. Ғөмүмән, был сара йыл һайын ойошҡанлыҡ менән үтә. Быйыл эшҡыуарҙар Таңһылыу Хәбибуллина, Владимир Евграшин, “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте (етәксеһе И. И.Фәйзуллин), Үҙәк баҙар (М. Ш. Вәлиев) спонсор ярҙамы күрһәтте.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 71 һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: Мәләүез командаһы быйыл да ал бирмәне.
Автор фотоһы.
Читайте нас: