ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
4 Декабрь 2018, 13:47

Бергә булғанда ауырлыҡ тойолмай

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, уларҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, социаль реабилитациялау маҡсатында район-ҡалала етди эш алып барыла. Инвалидтар көнө сиктәрендә Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында эш урындары йәрминкәһе, “Мин һәм минең хоҡуғым” акцияһы үтте.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, уларҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, социаль реабилитациялау маҡсатында район-ҡалала етди эш алып барыла. Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы ойошторолған ҙур күләмле саралар ҙа шуны дәлилләй. Дөйөм алғанда, ярҙамға мохтаждарға, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға йыл әйләнәһенә иғтибар күрһәтелә. Ижади, спорт һәләттәрен бойомға ашырыу, үҫтереү йәһәтенән дә эшмәкәрлек йәйелдерелгән. Улар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, турнирҙарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
Инвалидтар көнө сиктәрендә Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында эш урындары йәрминкәһе, “Мин һәм минең хоҡуғым” акцияһы үтте. Саралар планы тантаналы йыйылыш менән тамамланды. Унда ҡатнашыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ҡотлау сығыштары район-ҡаланың иң яҡшы үҙешмәкәрҙәренең сығыштары менән үрелеп барҙы һәм сағыу байрамға әүерелде.
Читайте нас: