ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
16 Апрель 2019, 17:45

Телевизор ҡарайһығыҙмы?

3 июндә республика биләмәһендә ғәҙәти тапшырыу туҡтатыла. Бөгөн төбәктә һанлы тапшырыуға йәлеп итеү халыҡтың 95 проценты йәлеп ителгән. Башҡортостандың 691 тораҡ пункты һанлы телевидение зонаһына инмәй, тағы 160 меңдән ашыу кеше йәшәгән 475-дә был өлөшләтә генә.

3 июндә республика биләмәһендә ғәҙәти тапшырыу туҡтатыла. Бөгөн төбәктә һанлы тапшырыуға йәлеп итеү халыҡтың 95 проценты йәлеп ителгән. Башҡортостандың 691 тораҡ пункты һанлы телевидение зонаһына инмәй, тағы 160 меңдән ашыу кеше йәшәгән 475-дә был өлөшләтә генә. “Ҡыҙыл зона”ла - Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарының ҡайһы бер ауылдары. Бюджетта юлдаш антенналары ҡуйыу һәм махсус приставкалар һатып алыуға 275 миллион һум бүлеү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта аҙ тәьмин ителгән граждандарға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бойороғо буйынса дәүләт ярҙамы ҡаралған. Райондың Ужа,Һамар-Ивановка ауылдарында йәшәгәндәр һанлы телевидение менән ҡуллана алмай, шунлыҡтан бында юлдаш телевидениеһы иң уңайлыһы. Ужала йәшәгән күп балалы Гүзәл һәм Илдар Закирйәновтар ошо мөмкинлек менән файҙаланған. Февраль айында улар был яңылыҡ менән танышҡас, юлдаш телевидениеһы урынлаштырыуға ғариза яҙған. Яңыраҡ уларға был ҡоролманы ҡуйғандар.
Шәхси хужалыҡ алып барған, бала тәрбиәләгән атай-әсәйҙең телевизор алдында ултырырға ваҡыты булмаһа ла, кескәй улдары Искәндәр йәнһүрәт ҡарап кинәнә. 3 йыл бушлай булыуы һәр тинде балалар уҡытыу, йорт һалыуға йүнәлткән ғаилә өсөн уңайлы.
Район Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальгнигы Юлиә Мырҙабулатова һанлы телевидение буйынса халыҡтан шылтыратыу, һорауҙар күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күптәр дәүләт ярҙамына бәйле һорауҙар бирә. Программаны тормошҡа ашырыу буйынса эш йүнәлешле алып барыла, оҙаҡламай махсус әҙерлек үткән ирекмәндәр ҙә был эшкә тотонасаҡ. Аҙ тәьмин ителгән һәм пенсияға федераль социаль ярҙам алған 35-кә яҡын ғаиләнән ғариза ҡабул ителгән.
Һанлы приставкаларҙы район-ҡаланың махсус магазиндары һәм “Рәсәй Почтаһы” бүлексәләрендә алырға була. Аҙнаһына уларҙа өс тиҫтәнән ашыу ҡорамал һатыла.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
ҺҮРӘТТӘ: Искәндәр һәм әсәһе каналдар эҙләй.

Читайте нас: