ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
18 Апрель 2019, 12:48

Ҡасып ҡотолоп булмай

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа кешеләр йәрәхәтләнгән йәки һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн енәйәт язаһы көсәйтеү закон проектын ҡабул итте.

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа кешеләр йәрәхәтләнгән йәки һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн енәйәт язаһы көсәйтеү закон проектын ҡабул итте.
Был законға ярашлы, әгәр ғәйепле кеше һаулығына зыян килтерелгән ваҡиға урынынан ҡасһа, ул иҫерек килеш руль артына ултырған водитель кеүек язаға тарттырыла. Фажиғәлә бер кеше һәләк булһа, автомобиль хужаһы иркенән ете йылға тиклем, ике һәм унан күберәк икән, дүрттә туғыҙ йылға тиклем мәхрүм ителергә мөмкин.
Бөгөн юл фажиғәһе урынын ташлап ҡасҡандарға Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса яза бирелә: танытмаһы тартып алына йәки 15 тәүлеккә ҡулға алына.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Блиц яуап:
Гөлфирә, 55 йәш:
- Ҡышҡыһын киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәгән танышыбыҙҙы иҫерек водитель автомобилендә бәрҙереп, был урындан ҡасты. Кеше тиклем кешене бәрҙер ҙә, күрмәнем тип аҡланырға маташ, башҡа һыймаҫлыҡ хәл был! Адвокат уны яҡлауға ниндәй генә дәлилдәр килтермәне, әллә ҡайҙан шаһиттәр табып бөткән хатта. Руль артындағы ир ғәйебен танырға теләмәһә лә, язаһын алды. Кем белә, ваҡытында ярҙам күрһәтһә, “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡырһа, танышыбыҙ урамда ятып йән бирмәҫ ине тип өҙгөләнәбеҙ хәҙер.
Әминә, 45 йәш:
- Ике йыл элек ағайым иҫереп юлда ятҡан ирҙе тапата яҙҙы. Дымлы асфальт, иҫеректең юл киҫкен боролған урында ятыуы ла фажиғәгә килтерә яҙған сәбәп булғандыр. “Шунда уҡ ваҡиға урынынан тейешле хеҙмәттәргә шылтыраттым. Баҡтиһәң, оло ҡалаларҙа ғына түгел, беҙҙә лә ошондай ысул менән аҡса эшләргә маташыусы аферистар бар икән. Ҡыуаҡлыҡ араһынан шул минутта уҡ ике иҫерек ир килеп сыҡты, минән аҡса таптыра башланы. Полицияға шылтыратыуымды белгәс, әшнәләрен һөйрәп торғоҙоп урман эсенә ҡастылар”, - тип һөйләне ул.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: