ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
6 Май 2019, 17:34

Республикала “Тыуған урам” программаһы эшләй

“200 метр йәки 1,5 саҡрым булһынмы, ауылда йәшәүселәр яҙлы-көҙлө осорҙа үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн ул асфальт япмалы булырға тейеш. Йәй көнө лә, сөнки юлдағы туҙан кер киптерергә лә мөмкинлек бирмәй”. (БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров).

Уның маҡсаты республика ауылда үҙәк урамдарға булһа ла асфальт түшәү. Программа 2024 йылға тиклем күҙаллана. Ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеге сходтарҙа хәл ителергә тейеш.
Республикала бөтәһе 11 мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлына ваҡ таш һибеү талап ителә. Шуның 8 меңдән ашыуы - урам-юл селтәре, 3000-е - ауылға ингән юлдар. Уны тормошҡа ашырыуға 5,7 миллиард һум кәрәк. Әлегә республиканың Юл ведомствоһы башлығы Башҡортостан етәксеһенән быйыл автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бюджеттан өҫтәмә 540 миллион һум (һәр районға 10 миллион һум) бүлеү тураһында мәсьәләне ҡарауын һораны. Был 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлын төҙөкләндерергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Район биләмәһендә юлдарҙы ремонтлау дауам итә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: