ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
5 Ноябрь 2019, 18:13

Уңайлы шарттар булдырыла

Уҙған аҙнала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде.

Уҙған аҙнала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков менән берлектә депутаттың эш маршруты Туғайлы ҡасабаһында балалар майҙансығын асыуҙан башланды.
Зариф Закир улы үҙ сығышында ошондай сағыу майҙансыҡта балалар тауышы тынмауын, һәр ваҡыт гөрләп тороуын теләне. Һүҙҙе дауам итеп, ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы, быйылғы ҡаланы төҙөкләндереү эштәре буйынса байҡау яһаны. Балалар әҙерләгән сығыштарҙы ҡарап, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Ысынлап та, бындай хәүефһеҙ ҡатлам түшәлгән заманса майҙансыҡ - кескәйҙәр өсөн ҙур бүләк.
Артабан Рассвет ауылында капиталь ремонтланған мәҙәниәт йортона юлландылар. Уларҙы Ергән, Ҡаран үҙешмәкәр артистары икмәк, тоҙ, йыр менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтарға ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләнгәйне. Йылы һәм иркен залда байрамды башлап, һүҙ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа тапшырылды. Ул ауыл халҡын ҡотлап, теләктәрен еткерҙе. Депутат Зариф Байғусҡаров: “Бығаса нисек клубһыҙ йәшәгәнегеҙҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ауыл йәшәй икән мәҙәниәт усағы гөрләй, шуға күрә бер ҡасан да буш тормаһын. Киләсәгебеҙ өсөн ошо мәҙәниәт йортонда түңәрәктәр булдырып, йәштәрҙе үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға өйрәтеү зарур. Һәр саҡ бында йәше-ҡарты осрашып, ял итһен”, - тине сығышында. Был сара ауыл халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде. Уларға бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителде.
Был көн тантаналы мәлдәргә бай булды. Ҡаланың 8-се мәктәбендә уҡыусыларға яңы спорт майҙансығы асылды. Был заманса яһалма үлән түшәлгән майҙансыҡ ҡалала берәү генә. Мәктәп директоры Александр Батовҡа асҡысты ошо спорт майҙансығын төҙөүсе Андрей Герасимов тапшырҙы. Тағы ла ремонттан һуң тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарих музейын асыу юғары кимәлдә уҙҙы. Яңы экспонаттар менән Светлана Семендяева таныштырҙы.
Зариф Закир улы ҡала мәҙәниәт һарайында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, аҙаҡтан эшҡыуарҙар менән осрашты, һөйләшеү “түңәрәк өҫтәл” артында дауам итте. Уҡытыусыларға эш хаҡының артыуы, стаж буйынса өҫтәмә түләүҙәр, уҡыу-уҡытыу китаптары, уҡыусыларҙы туҡландырыу тураһында проблемалар тикшерелде. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙы борсоған һалым күтәрелеүе, бизнесҡа төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырған закондар буйынса һорауҙар ҡаралды. Депутаттың эш көнө халыҡты ҡабул итеү менән тамамланды.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: күптән көткән Рассвет ауылында мәҙәниәт йорто асылды; ҡаланың 8-се мәктәпкә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бүләккә туп тапшырҙы; кескәй Ләйсән “Урал батыр” эпосынан өҙөк башҡарҙы.
Автор фотолары.
Читайте нас: