ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
11 Ноябрь 2019, 14:52

Ә һеҙ Мәләүез йылғаһы яр буйын нисек күҙаллайһығыҙ?

Киләһе йылға иң масштаблы төҙөкләндереү эше Мәләүез йылғаһы ярында булыр, моғайын. Мәләүездәр күмәк тауыш менән ҡаланың тап уртаһындағы ошо биләмәне һайланы.

Киләһе йылға иң масштаблы төҙөкләндереү эше Мәләүез йылғаһы ярында булыр, моғайын. Мәләүездәр күмәк тауыш менән ҡаланың тап уртаһындағы ошо биләмәне һайланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә йыл дауамында Мәләүез ҡалаһы, шулай уҡ райондың эре тораҡ пункттары, "Ҡала мөхите" программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Киләһе йылға Мәләүез бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашмаҡсы. Уңыш йылмайған осраҡта, 100 миллион һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бар.

Конкурста ҡатнашыуға әҙерлек сиктәрендә уҙған аҙнала ҡалала бер нисә сара ойошторолдо. "Яңы Ер" консалтинг-проект ойошмаһы белгестәре өс көн дауамында ҡала халҡы менән осрашып, фекер алышты. Тәүге көндә Мәләүез эшҡыуарҙары, предприятие һәм ойошма етәкселәре, йәмғиәт фекере лидерҙары менән баш ҡаланан килгән социолог интервью үткәрҙе. Икенсе көнөнә иһә Мәләүез йылғаһы яр буйын нисек күҙаллауҙары тураһындағы хыялдары менән балалар бүлеште. Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған дизайн-уйын сиктәрендә улар һүрәттәр төшөрҙө, төрлө тәбиғәт материалдары ярҙамында эскиздар яһаны. Ижад менән шөғөлләнер алдынан улар Мәләүез тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы белгесе, архитектор һәм урбанист менән бергәләп яр буйында сәйәхәт ҡылды. Шуныһы ҡыҙыҡлы, кескәйҙәр яр буйында төрлө ял итеү, һаулыҡты нығытыу объекттары, мәҫәлән, аквапарк, санаторий күрергә теләй.

Өсөнсө көнөнә яңы проектҡа үҙ тәҡдимдәре менән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы ҡушылды. Ҡала мәҙәниәт һарайының конференциялар залында уҙған йәмәғәт фекер алышыуында 40-ҡа яҡын тәҡдим индерелде.

Хәҙер бар тупланған материалдар менән эксперттар эшләй. Улар бөтә мәғлүмәтте дөйөмләштереп, проекттың техник заданиеһын төҙөйәсәк. Документтарҙы әҙерләүселәргә уңыштар теләйек һәм ҡалабыҙҙың яңы программаға инеүенә ҙур өмөттәр бағлайыҡ.
Читайте нас: