ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
5 Февраль 2020, 15:45

Аяҡ аҫты ялтыр боҙ...

Быйыл ҡыш йылылығы менән айырылып тора. Ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренең бурысы аҙайыуын аңлатмай, әлбиттә. Уҙған аҙнала ҡар ҡатыш ямғыр яуғас, улар көсөргәнешле режимда эшләне. Ҡала урамдарын таҙартыуҙа быйыл “Стройтранс - М”, “Йәшел хужалыҡ”, предприятиеһы, “Гарант плюс” (етәксеһе С. Пилтоян), Мәләүез үҙәк баҙары йәмғиәте йәлеп ителгән. Улар ҡарамағында 33 берәмек техника бар, көндөҙ уларҙың - 13-ө, ҡараңғы осорҙа 9-ы юлдарҙы киңәйтә, тротуарҙарҙы таҙарта, ҡарҙы ҡала ситенә сығара. Район юлдары торошо өсөн Мәләүез юл ремонт-төҙөлөшө идаралығы, “СтройМонтаж -Комплект” ойошмаһы яуаплы.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре күп ҡатлы йорттар биләмәһен тәртиптә тота, юлдарға тоҙ ҡатнашмаһы һибә. Тик подъездар алдына, сүп-сар контейнерҙар янына ҡуйылған автомобилдәр уларҙың эшенә ҡамасаулай. “Ғинуар башынан юлды таҙартыуға мәшәҡәт тыуҙырған автотранспорт хужаларына санкциялар ҡулланыла башланы”, - ти 2-се торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе Хәлит Шәһәров.
Читайте нас: