Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
19 Февраль 2020, 14:20

Уңыштарын тарихи датаға арнанылар

Район-ҡалала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына төрлө саралар планлаштырылған. Был тарихи датаны билдәләүҙә бөтә ойошмалар ҙа дәррәү ҡатнаша. Күптән түгел Спорт һарайында инвалидтар, һуҡырҙар, һаңғырауҙар ойошмалары, өлкән йәштәгеләр йорто һәм “Һуғыш балалары” йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашлығында спорт фестивале үтте.

Сараны асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны. Спортсыларҙың төрлө яҡлап йәш быуынға өлгө күрһәтеүен, тормоштоң йәмен табырға, ҡәҙерен белергә булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, ярышта уңыштар теләне. Район-ҡала инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин спорттағы ҡаҙаныштарҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналасағын билдәләне. “Һуғыш балалары” йәмғиәте ағзалары ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, йыр бүләк иткәс, йөҙөү, дартс, өҫтәл теннисы, шашка һәм шахмат буйынса ярыш башланды. Сара көсөргәнешле темпта үтте. Һөҙөмтәлә өҫтәл теннисында беренсе урынды ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ирина Пушка, ир-егеттәрҙән Евгений Ширяев, дартста Әлфиә Ғәлимова, Владимир Головицын, йөҙөүҙә Айгөл Гасанова, Фәнил Яманаев, шахматта Эльвира Мусина, Таһир Хәкимов, шашкала Ғәлиә Кәримова, Владимир Головицын яуланы.
Читайте нас: