ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
26 Март 2020, 13:50

Бында һәр кем яратҡан эше менән була

Ярты йыл элек район-ҡала инвалидтар йәмғиәтендә асылған ял үҙәге бер ҡасан да буш тормай.

Ярты йыл элек район-ҡала инвалидтар йәмғиәтендә асылған ял үҙәге бер ҡасан да буш тормай.
Был бүлмәне “Һуғыш балалары” һәм беҙҙең йәмғиәт ағзалары үҙ көсө менән ремонтланы. Уны нисек исемләү буйынса төрлө фекер яңғыраны. Һөҙөмтәлә инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшиндың тәҡдимендә туҡталдыҡ һәм уны “Алға” тип атаныҡ.
Хәҙер һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һәм ветерандарҙың йыйылып һөйләшергә, яратҡан эше менән шөғөлләнергә урыны бар. Николай Бедняков етәкселегендә шашка, шахмат буйынса күнекмәләр, ярыштар үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар Рәйлә Сәйетбатталова алып барған ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөй. Оҫталыҡ дәрестәрендә гүзәл заттарыбыҙ иҫ киткес матур әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Ырғаҡ менән бәйләгән рауза сәскәләре кемдең генә күҙ яуын алманы икән!? Күптән түгел сәйләндән ҡайын ағастары яһанылар. Флорида Хөсәйенова, Лариса Шкаликова, Айгөл Гасанова, Татьяна Шалаева, Рәмзиә Рәхмәтуллина ҡыҫҡа ваҡытта түңәрәк етәксеһенән күп нәмә белде.
Рәйлә Мәсхүд ҡыҙы (Масхудовна) үҙе белгән эшкә барыһын да өйрәтергә тырыша, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Шуға ла уға килгән һәр кеше өйөнә шатлыҡ һәм бәхет тойғоһо алып ҡайта.
Миләүшә ИШБУЛАТОВА.
Читайте нас: