ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
6 Август 2020, 14:35

Ике ай ваҡыт ҡалды

Ҡаланың нәҡ Мәләүез йылғаһы ярына урынлашҡанына, аҡһаҡалдарҙың халыҡтың күпләп йәшәйәсәк урынды дөрөҫ һайлағандарына һоҡланыуымды гел белдерә киләм. Яр буйын төҙөкләндерә башлағас, күҙ алдында барған үҙгәрештәр менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы яҡындан таныштырырға булдыҡ.“Заманса ҡала мөхитен булдырыу “ программаһына ярашлы башҡарылған төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә Спорт һарайы янындағы майҙан күҙгә күренеп үҙгәрә. Балалар өсөн скейтпарк майҙансығына нигеҙ һалынған, велосипедсылар өсөн юлдарға асфальт, уға параллель йәйәүлеләр йөрөйәсәк юлға сифатлы тротуар плиталар түшәлә, һәр хәлдә хәрәкәт иткәндә улар бер-береһенә ҡамасауламаясаҡ. Волейбол, футбол майҙандары эшләнгән. Импровизацияланған сәхнә урыны бар, горизонталь япма төҙөлгән, уның киләсәктә тамашасылар өсөн ҡулланыласағына шик юҡ. Йүгереп йөрөп хәл йыйған балаларға һыу йотоп китер өсөн фонтан да ҡаралған. Һикәлтәләр ҡиммәтле гранит менән биҙәлгән. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йөрөргә уңайлы булһын өсөн пандустар, тик улар өсөн айырым спорт комплексы артында машиналар туҡталҡаһы ҡаралған.Ҡала хужалығы секторы мөдире Алһыу Ковинская әйтеүенсә, 2,6 гектар майҙанда башҡарасаҡ эштәр байтаҡ. Төҙөлөш барған ерҙә тупраҡтың өҫкө ҡатламы алынған, сүп үләндәре асфальт, бетонды тишеп сыҡмаһын өсөн геотуҡыма, махсус ҡом, арматуралау сеткаһы, ултыртыласаҡ ағастар тирәһендә сүп үләне үҫмәһен, дым һаҡларға тупраҡҡа төҫлө материал (мульча) йәйелә.

Ҡаланың нәҡ Мәләүез йылғаһы ярына урынлашҡанына, аҡһаҡалдарҙың халыҡтың күпләп йәшәйәсәк урынды дөрөҫ һайлағандарына һоҡланыуымды гел белдерә киләм. Яр буйын төҙөкләндерә башлағас, күҙ алдында барған үҙгәрештәр менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы яҡындан таныштырырға булдыҡ.
“Заманса ҡала мөхитен булдырыу “ программаһына ярашлы башҡарылған төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә Спорт һарайы янындағы майҙан күҙгә күренеп үҙгәрә. Балалар өсөн скейтпарк майҙансығына нигеҙ һалынған, велосипедсылар өсөн юлдарға асфальт, уға параллель йәйәүлеләр йөрөйәсәк юлға сифатлы тротуар плиталар түшәлә, һәр хәлдә хәрәкәт иткәндә улар бер-береһенә ҡамасауламаясаҡ. Волейбол, футбол майҙандары эшләнгән. Импровизацияланған сәхнә урыны бар, горизонталь япма төҙөлгән, уның киләсәктә тамашасылар өсөн ҡулланыласағына шик юҡ. Йүгереп йөрөп хәл йыйған балаларға һыу йотоп китер өсөн фонтан да ҡаралған. Һикәлтәләр ҡиммәтле гранит менән биҙәлгән. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йөрөргә уңайлы булһын өсөн пандустар, тик улар өсөн айырым спорт комплексы артында машиналар туҡталҡаһы ҡаралған.
Ҡала хужалығы секторы мөдире Алһыу Ковинская әйтеүенсә, 2,6 гектар майҙанда башҡарасаҡ эштәр байтаҡ. Төҙөлөш барған ерҙә тупраҡтың өҫкө ҡатламы алынған, сүп үләндәре асфальт, бетонды тишеп сыҡмаһын өсөн геотуҡыма, махсус ҡом, арматуралау сеткаһы, ултыртыласаҡ ағастар тирәһендә сүп үләне үҫмәһен, дым һаҡларға тупраҡҡа төҫлө материал (мульча) йәйелә.
Маҡсатлы төҙөлөшкә аҡсаның 93 проценты - федераль, 5 проценты - республика, ҡалғаны урындағы бюджеттан бүленгән. Барлыҡ эштәрҙе республика кимәлендәге төҙөлөш өлкәһендә тотороҡло эшләп килгән Рәсүл Ғәбдрәфиҡов етәкселегендәге “Раса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алып бара. Урындағы етәкселәр подрядсы ойошма менән берлектә эштең теүәл үтәлешен тикшерҙе, фекер алышты. Яңы объект асылыуын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә, ул дата 1 октябргә тип планлаштырылған
Читайте нас: