ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
14 Август 2020, 13:50

Үҙгәрештәр һоҡландыра

Ҡаланың үҙәк майҙанында ла Мәләүез йылғаһы яры буйында төҙөлөш гөрләй башланы Ҙур саралар үткәрелгән сәхнә янындағы асфальтты ауыр техника аҡтарып ала башлағас, кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерер, эш күләмен белеү маҡсатында ҡала хужалығы секторы мөдире Алһыу Ковинскаяға мөрәжәғәт иттек. Белгес әйтеүенсә, бәләкәй ҡалалар араһында үткәрелгән “Ҡайын тракты” федераль конкурсында йылға ярҙарын төҙөкләндереү проекты менән Мәләүез еңеп сыҡҡан. Шул иҫәпкә Ленин урамынан Шлычков урамына тиклемге 5,3 гектар майҙанда яр буйҙарын төҙөкләндереү ҙә биләмәнең тәбиғәт потенциалын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Проектҡа ярашлы, алты зона: ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял, төрлө саралар уҙғарыу урыны, балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү, сауҙагәр Баязитовтың мәҙәни мираҫ объекты, хакимиәт бинаһы янында йәйәүлеләр өсөн зона билдәләнгән. Яр буйында күләгәлә ял итергә яратыусыларҙы тынысландырабыҙ: ундағы ағастар, бар матурлыҡ һаҡланасаҡ, йылғалағы бәләкәй суднолар туҡтар өсөн ҡоролмалар (пирс), мини-пляж төҙөләсәк.

Ҡаланың үҙәк майҙанында ла Мәләүез йылғаһы яры буйында төҙөлөш гөрләй башланы
Ҙур саралар үткәрелгән сәхнә янындағы асфальтты ауыр техника аҡтарып ала башлағас, кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерер, эш күләмен белеү маҡсатында ҡала хужалығы секторы мөдире Алһыу Ковинскаяға мөрәжәғәт иттек. Белгес әйтеүенсә, бәләкәй ҡалалар араһында үткәрелгән “Ҡайын тракты” федераль конкурсында йылға ярҙарын төҙөкләндереү проекты менән Мәләүез еңеп сыҡҡан. Шул иҫәпкә Ленин урамынан Шлычков урамына тиклемге 5,3 гектар майҙанда яр буйҙарын төҙөкләндереү ҙә биләмәнең тәбиғәт потенциалын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Проектҡа ярашлы, алты зона: ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял, төрлө саралар уҙғарыу урыны, балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү, сауҙагәр Баязитовтың мәҙәни мираҫ объекты, хакимиәт бинаһы янында йәйәүлеләр өсөн зона билдәләнгән. Яр буйында күләгәлә ял итергә яратыусыларҙы тынысландырабыҙ: ундағы ағастар, бар матурлыҡ һаҡланасаҡ, йылғалағы бәләкәй суднолар туҡтар өсөн ҡоролмалар (пирс), мини-пляж төҙөләсәк.
Мәҙәни ваҡиғалар өсөн сәхнә, амфитеатр, шулай уҡ сауҙа киоскылары, прокат пункттары, павильондар урынлаштырыу ҡаралған.
Балалар өсөн майҙансыҡта юлдарға ҡом, резина, газон үләне һәм башҡа материалдар менән түшәләсәк. Төрлө сәскә түтәлдәре саф һауала ял итеүселәрҙең кәйефен күтәрер, тип күҙ алдына килтерергә була.
Спорт зонаһында велосипедта, скейдбордта елергә яратҡан үҫмерҙәр өсөн майҙан ҡаралған.
Участкала төҙөлөш эштәрен ”Лидер групп” йәмғиәте (етәксеһе Рөстәм Ғәйнетдинов) алып бара, план буйынса икенсе йылдың авгусында тамамланырға тейеш.
Читайте нас: