ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
19 Октябрь 2020, 19:40

Көслө ихтыярлылар йыйылды

Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы “Тау һауаһы” ял базаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында өҫтәл теннисы буйынса фестивалдең тәүге этабы үтте.

Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы “Тау һауаһы” ял базаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында өҫтәл теннисы буйынса фестивалдең тәүге этабы үтте.
Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, республиканың төрлө район-ҡалаларынан спортсылар был ярышҡа ҙур теләк менән килде. Унда 28 команданан 140-тан ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың күбеһе Мәләүез ерендә спорт сараларының юғары кимәлдә үтеүен яҡшы белә. Шуға ла күптән түгел ошо уҡ ял комплексында пауэрлифтинг һәм гер спорты буйынса үткән фестивалдә мәләүездәрҙең һәр ваҡыт ҡунаҡ ҡаршы алырға әҙер булыуын белгәс тә, яңынан ошонда осрашыу хыялы менән янды.
Күреүегеҙсә, осрашыу оҙаҡ көттөрмәне – спортсыларҙың күбеһе бер көн алдан килеп, дуҫтары, фекерҙәштәре менән аралашып, ярышҡа әҙерләнде. Сараны асыу тантанаһында Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, тәү сиратта, фестивалдә ҡатнашыусыларға бөтә санитария һәм гигиена талаптарын үтәү бурысын йөкмәтте. Аҙаҡ ойоштороусыларға, атап әйткәндә Башҡортостан Республикаһы Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына, район хакимиәтенә, физик культура һәм спорт комитетына, “Яңы быуын” ирекмәндәр хәрәкәтенә рәхмәт белдерҙе, ә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Ҡотлау һүҙҙәре менән уға район хакимиәтенең физик культура һәм спорт секторы мөдире Ринат Басиров, район-ҡала инвалидтар ойшмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин ҡушылды.
Ярыштың ойошҡанлыҡ менән үтеүендә шулай уҡ “Яңы быуын” ирекмәндәренең өлөшө ҙур. Улар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса йөкмәтелгән бурыстарын тейешенсә үтәне.
Читайте нас: