ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
1 Декабрь 2020, 11:05

Мөмкинлектәре сикһеҙ кешеләр байрамы

Йыл һайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата йәмғиәтебеҙгә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибар биреү, уларҙы социаль яҡлау кәрәклеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Был көндәрҙә уларға, ысынлап та, иғтибар арта. Быға тиклем төрлө акциялар, күңел асыу саралары, спорт фестивале үткәрелә, юридик һәм психология ярҙамы сәғәттәре, парикмахерҙар хеҙмәтенә ташламалар тәҡдим ителде. Быйыл яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеүгә бәйле бөтә саралар онлайн үткәрелә. Район-ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат ДӘҮЛӘТШИН менән әңгәмәбеҙ йәмғиәт эшмәкәрлеге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең тормошо хаҡында.

Йыл һайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата йәмғиәтебеҙгә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибар биреү, уларҙы социаль яҡлау кәрәклеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Был көндәрҙә уларға, ысынлап та, иғтибар арта. Быға тиклем төрлө акциялар, күңел асыу саралары, спорт фестивале үткәрелә, юридик һәм психология ярҙамы сәғәттәре, парикмахерҙар хеҙмәтенә ташламалар тәҡдим ителде. Быйыл яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеүгә бәйле бөтә саралар онлайн үткәрелә. Район-ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат ДӘҮЛӘТШИН менән әңгәмәбеҙ йәмғиәт эшмәкәрлеге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең тормошо хаҡында.
-Ринат Мират улы, район-ҡалала нисә кеше инвалидтар категорияһына ҡарай һәм шуларҙың нисәүһе һеҙҙең ойошмала иҫәпләнә? Уның ағзаһы булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
-2020 йылдың 1 октябренә Мәләүездә бөтәһе 6518 кеше инвалид иҫәпләнә. Улар араһында тыумыштан ауырыу булғандар ҙа, төрлө сир, йәрәхәт һөҙөмтәһендә мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә бар. Дөйөм һандың 339-ын балалар тәшкил итә. Беҙҙең ойошмала - 750 кеше. Йәмғиәт ағзаһы булыу өсөн бер ниндәй ҡыйынлыҡ юҡ. Шәхесте раҫлаған документ йәки паспорт мәғлүмәттәре һәм инвалидлыҡ тураһында белешмә генә талап ителә.
-Инвалидтар йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә ниндәй ярҙам күрһәтә?
- Эйе, инвалидлар тураһында йыш ҡына “мөмкинлектәре сикле кешеләр” тип әйтәбеҙ. Әммә уларҙың күбеһенең физик мөмкинлеге сикле булһа ла, рух, ихтыяр көсө сәләмәт кешенекенән дә юғарыраҡ, тип әйтер инем. Был хаҡтағы фекерем төрлө кимәлдә үткәрелгән спорт саралары, фестивалдәрҙән һуң нығынғандан-нығына. Ойошма уларҙың барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тәү сиратта, аралашыу мөмкинлеген булдыра, үҙ һәләтен, талантын бойомға ашырһын өсөн төрлө конкурстар, саралар, осрашыуҙар үткәрә. Беренсе, икенсе төркөм инвалидтарына бассейнға бушлай йөрөү мөмкинлеге бар. Район хакимиәте менән берлектә ҡалала “Уңайлы мөхит” шарттарын тикшереү буйынса рейдтар үткәрәбеҙ.
-Һеҙҙең ойошмала ниндәй түңәрәктәр бар?
-Ҡул эше буйынса түңәрәк уңышлы эшләй. Унда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Шахмат-шашкала уйнаусыларыбыҙ ҙа артҡандан-арта. Бынан тыш, ойошма ағзалары бушлай “Батыр” спорт клубында шөғөлләнә һәм сәләмәтлеген нығыта ала. Район-ҡалала инвалид балалар өсөн дә түңәрәктәр булдырылған. Улар ҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
-Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарына уҡырға ингәндә льготалар йәки ниндәйҙер компенсациялар ҡаралғанмы?
-Бюджет нигеҙендә уҡырға ингәндә был категорияға ингән уҡыусылар студенттарҙың дөйөм һанының 10 процентын тәшкил итергә тейеш.
-Ойошма инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә нимәләр эшләй? Теләгәндәр күпме?
- Мөрәжәғәт итеүселәр бар. Һөнәре буйынса эшләп, үҙенең һәләтен бойомға ашырырға, үҙен раҫларға, булмышын табырға теләгәндәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Улар өсөн ҡаланың мәшғүллек үҙәге һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы менән берлектә эш урындары вакансиялары йәрминкәләре үткәрәбеҙ.
-Тиҙҙән Халыҡ-ара инвалидтар көнө. Был датаны быйыл нисек үткәрергә планлаштыраһығыҙ?
-Коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе инвалидтар ойошмаһы эшмәкәрлегенә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең тормошона ла ҙур үҙгәреш индерҙе. Йыл буйынса конкурстар, спорт ярыштарының күбеһе дистанцияла үткәрелде. Күҙмә-күҙ осрашып, аралашҡан чемпионаттар ҙа булды. Инвалидтар көнөнә арналған сараларҙың бөтәһе лә онлайн режимда үткәреү ҡаралған. Үҙәк балалар китапханаһы менән берлектә кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр араһында һүрәттәр конкурсы ойошторабыҙ. Еңеүселәрҙе һәм маҡтаулы урын алыусыларҙы өйҙәренә барып бүләкләргә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ойошма эшмәкәрлеге бөтә йүнәлештә лә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәште. Үҙенең 30 йыллығын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршы алды. Быйыл да республикала иң алдынғылар сафында ҡалдыҡ. Инвалидтарҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, рухын нығытыу, социаль яраҡлаштырыу буйынса ҙур әһәмиәткә булған уның ҡарамағындағы “Бөркөт” спорт клубына быйыл 25 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле даталар айҡанлы барыһын да ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм.
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: