Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
10 Ғинуар 2021, 02:27

Көслө ихтыярлыларҙың мөмкинлеге сикһеҙ

Ике аяғын юғалтҡан егет иң бейек Эльбрус тауы түбәһенә ике ҡулында менә.

Ихтыяр көсө ауырлыҡтарға бирешмәҫ Казарма емерелгән саҡта ике аяғын да юғалтҡан яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Өфөлә йәшәй, ул - өлгөлө ғаилә башлығы һәм ике ҡыҙ атаһы. Ауырлыҡтар Рөстәмде ҡурҡытмай, ул әҙәм балаһының рух ныҡлығы мөғжизә тыуҙыра алыуын, кешенең мөмкинлеге сикһеҙлеген үҙ миҫалында раҫлай. Ул Рәсәйҙәге иң бейек Эльбрус тауына ике ҡулында менә. Көслө ихтыярлы егет яҙмышын һынауын лайыҡлы үтеп кенә ҡалмай, һау-сәләмәт кешеләргә өлгө булырлыҡ әүҙем тормош алып бара. Ил Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш аша аралашһа, Яңы йыл алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша. Әлеге ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарында. Унда ингәндә ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килгән - Американың таможня хеҙмәткәрҙәре уны индермәҫкә тырышҡан. Шулай ҙа илгә инә алғандар, уның визаһы ярты йыл ғәмәлдә. Ул Нью-Йорк ҡалаһында туристар өсөн иң популяр урындарҙы ҡарап сыҡҡан. Бында йәшәгән Өфө кешеләре менән осрашҡан. Майами ҡалаһына йыйына. Америкала коронавирус пандемияһы башланғансы уҡ, ул бында килеп, протезда йөрөргә өйрәнергә теләүе тураһында белдерә. Һис шикһеҙ, ул был ниәтен дә тормошҡа ашырыр. Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Читайте нас: