ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
14 Ғинуар 2021, 19:56

Йөҙйәшәр инәй

Яңауыл ауылында йәшәгән Мәрғүбә инәй Әбдрәшитова быйыл 102, ә таныҡлыҡ буйынса 100 йәшен тултырҙы.Уйҙар бала саҡҡа алып ҡайта. Таң һарыһы менән эшкә керешкән күрше инәйҙең көслө, ышаныслы тауышы йоҡонан уята. Ә мин һарайҙың ҡыйыҡ башынан ҡояш сығыуын, иртәнге йәйге эштәр башланыуын күҙәтергә яратам. Мәрғүбә инәйҙең йортонда барыһы ла тәртипкә һалынған, мал-тыуарын көтөүгә ҡыуып, ҡалған йорт хайуандарын, ҡош-ҡортон тәрбиәләй, инде нисәнсе тапҡыр икешәр биҙрәләп һыу алып сыға. Ул ваҡытта күршеләр ҡойоға беҙгә йөрөнө, ике яҡҡа ла урта ҡапҡа бар ине. Эйе, бәхетле ваҡыт - ҡапҡалар, ишектәр асыҡ, бөтәһе лә уртаҡ. Ә балалар Мәрғүбә инәй кеүек уңған, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, көслө рухлы, тура һүҙле, әммә эскерһеҙ күршеләр өлгөһөндә үҫте…

Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип билдәләне. Ысынлап та, йәш барған һайын кешенең әүҙемлеге кәмей, тиҙәр. Ә шулай ҙа оҙон ғүмер дауамында донъя көтөп, башҡаларға булышып, тормоштоң тәмен, йәмен тойоп йәшәгәндәр ҙә етерлек. Яңауыл ауылында йәшәгән Мәрғүбә инәй Әбдрәшитова быйыл 102, ә таныҡлыҡ буйынса 100 йәшен тултырҙы.
Яңауыл фермаһында алдынғылар сафында һауынсы булып эшләй, шунда яҙмышын осрата. Тыныс холоҡло, тәрбиәле, һуғыш осоронда сынығып үҫкән, эшһөйәр Мөнир Фәрхетдин улы менән татыу ғаилә ҡороп, тырышып донъя көтәләр, кәртә тулы мал аҫрайҙар. 1965 йылда тәүгеләрҙән булып ҡарағай йорт һалып сығалар. Ул шат балалар тауышына күмелә: тағы ла өс ҡыҙға - Зөһрә, Мөнирә, Йәмиләгә - ғүмер бүләк итәләр. Уларға ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышып, лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Егәрле ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ҡағып-һуғыуҙы ла ир-егеттән кәм башҡармай, бесән-утынын да әҙерләй, сөгөлдөрөн дә үҫтерә, ҡул эшенә лә оҫта. Күпереп торған шәлдән башлап бар бәйләмде ҡойоп ҡуя, ҡыҙҙарына матур күлдәктәр тегеп кейҙерә. Ире лә эшкә әрһеҙ, булдыҡлы хужа йылҡы малын үрсетә. Тик ғүмере иртә өҙөлә уның.
Яҙмыштың һынауҙары сикһеҙ шул. Әсәнең тәүге никахтан улы Мөхәррәмде лә ер үҙ ҡуйынына ала. Ихтыяр көсөн туплап, йөрәк һыҙлауын төпкәрәк йәшереп, тыуған йорттоң утын һүндермәй әсә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре именлеген, киләсәген хәстәрләп, донъя мәшәҡәтенә күмелә. Асыҡ йөҙлө, аш-һыуға мул ҡуллы, бөхтә хужабикәнең балаларына ғына түгел, барыһына ишеге асыҡ, күрше-күләнде, ике яҡтан да туғандарын ихлас ҡаршылап, һый-хөрмәт күрһәтә.
Ваҡытында балаларын мөхәббәттә үҫтергән Мәрғүбә инәй Әбдрәшитова бөгөн уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡыҙҙары инде хаҡлы ялда. Уларҙың тормошондағы уңыштарына, ике ейәне, өс ейәнсәре, өс бүләһе, дүрт бүләсәренә ҡыуанып ултыра.
Читайте нас: