Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
22 Июнь 2021, 16:20

Түтәлдәр ниңә буш?

«Универмаг» ҡаршыһындағы сәскә түтәлдәренең буш ятыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Күптәр бындай күренештә етәкселекте ғәйепләй, йәнәһе лә, ҡалабыҙ ҡаралмай, ташландыҡҡа әйләнде, интернет селтәре лә төрлө имеш-мимеш хәбәр менән тулды.

Ҡалабыҙҙың иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскәгә күмелеп ултырыуына өйрәнеп бөткәнбеҙ. Урам, парк, аллеяларҙа башҡа йылдарҙа, ысынлап та, ниндәй генә гөл-сәскә үҫмәй торғайны! Быйыл иһә хәлдәр башҡасараҡ. Күп түтәлдәрҙең буш булыуына күптәрегеҙ иғтибар иткәндер, моғайын.
Үҙәк урамдағы, атап әйткәндә, «Универмаг» ҡаршыһындағы сәскә түтәлдәренең буш ятыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Күптәр бындай күренештә етәкселекте ғәйепләй, йәнәһе лә, ҡалабыҙ ҡаралмай, ташландыҡҡа әйләнде, интернет селтәре лә төрлө имеш-мимеш хәбәр менән тулды.
Беҙ был хәлгә асыҡлыҡ индереп, һеҙҙе тынысландырырға ашығабыҙ. Ҡалала барған төҙөлөш эштәрен барығыҙ ҙа күрәһегеҙҙер. Ҡайһылыр урындағы түтәлдәргә сәскә ултыртылмауы ла шул үҙгәрештәргә бәйле. «Универмаг» алды киләсәктә тулыһынса үҙгәрәсәк, тротуар һәм сәскә түтәлдәре ремонтланасаҡ. Шуға күрә лә быйыл унда үҫентеләр ултыртылмаған. Халыҡ был хәлде аңлап ҡабул итһен ине.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: