Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
18 Ғинуар 2022, 11:55

Берҙәмлектә - көс

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ауыл ерендә бик күп күләмле эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә. Ауыл биләмәләре ошо программаға инеп, халыҡ менән берлектә ниндәй ҙә булһа социаль төҙөлөш эше атҡара. Һуңғы ике йылда Әбет ауылы биләмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителде: 658 мең һум аҡсаға Восточный мәктәбе биләмәһе эсендә спорт майҙансығы төҙөлдө, Боһорман ауылының 800 метр торош иткән Әхмәтзәки Вәлиди урамында үткәрелгән һыу торбаһы 780 мең һумға баҫты. Берҙәмлектә - көс, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауыл халҡы ла, урындағы фермерҙар ҙа был эште башҡарып сығыуға аҡсалата ярҙам итте. Быйыл да ғинуар башында ауыл халҡы йыйылып, берҙәм тауыш менән Восточный ауылындағы мәктәп биләмәһен кәртәләргә тигән ниәт белдерҙе. Утыҙ йыл элек рабица менән уратып алынған ҡойма иҫкергән, йәме юҡ. Тишек-тошоҡтан ингән мал ултыртылған йәш ағастарға үҫергә ирек бирмәй, сәскә түтәлдәрен тапап сыға. Башҡарыласаҡ эш күләмен иҫәпләп сығарғандар, ул 1 миллион 605 мең һум күләмгә баҫасаҡ. 1 миллион һумды - республика, 405 меңен район бюджеты ҡаплаһа, 100-әр мең һум аҡсаны урындағы фермерҙар һәм ауыл халҡы ярҙам итер, тип көтөлә. Юғары балл йыйып, проекттарҙы һайлап алыу буйынса конкурстан үткәс, проект тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста ауыл халҡы.

 

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ауыл ерендә бик күп күләмле эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә.   Ауыл биләмәләре ошо программаға инеп, халыҡ менән берлектә ниндәй ҙә булһа социаль төҙөлөш эше атҡара.

Һуңғы ике йылда Әбет ауылы биләмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителде: 658 мең һум аҡсаға Восточный мәктәбе биләмәһе эсендә   спорт майҙансығы төҙөлдө, Боһорман ауылының 800 метр торош иткән Әхмәтзәки Вәлиди урамында  үткәрелгән һыу торбаһы 780 мең һумға баҫты. Берҙәмлектә - көс, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауыл халҡы ла, урындағы фермерҙар ҙа был эште башҡарып сығыуға аҡсалата ярҙам итте.

 Быйыл да ғинуар башында ауыл халҡы йыйылып, берҙәм тауыш менән Восточный ауылындағы мәктәп биләмәһен кәртәләргә тигән ниәт белдерҙе. Утыҙ йыл элек рабица менән уратып алынған ҡойма иҫкергән, йәме юҡ. Тишек-тошоҡтан ингән мал ултыртылған йәш ағастарға үҫергә ирек бирмәй, сәскә түтәлдәрен тапап сыға. Башҡарыласаҡ эш күләмен иҫәпләп сығарғандар, ул 1 миллион 605 мең һум күләмгә баҫасаҡ. 1 миллион һумды -  республика, 405 меңен район бюджеты ҡаплаһа, 100-әр мең һум аҡсаны урындағы фермерҙар һәм ауыл халҡы ярҙам итер, тип көтөлә. Юғары балл йыйып, проекттарҙы һайлап алыу буйынса конкурстан үткәс, проект тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста ауыл халҡы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: