Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
10 Апрель 2023, 14:20

Өфө мэры 2023 йылда ниндәй парктар һәм скверҙар төҙөкләндереләсәге хаҡында һөйләне

2023 йылда Өфө биләмәһендә йәмәғәт киңлектәрен, шул иҫәптән 11 паркты төҙөкләндереү буйынса 13 сараны тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең Цур-ҙағы оператив кәңәшмәһендә баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

Өфө мэры 2023 йылда ниндәй парктар һәм скверҙар төҙөкләндереләсәге хаҡында һөйләне
Өфө мэры 2023 йылда ниндәй парктар һәм скверҙар төҙөкләндереләсәге хаҡында һөйләне

Спорт һарайы эргәһендәге Михалев скверын төҙөкләндереү ҙә май айында башлана. "Стилистик яҡтан бөтә сквер хоккей һәм боҙ темаһы менән бәйле, был ҡулланылған материалдарҙың төҫтәр гаммаһы менән дә тәьмин ителә, — тип аңлатты ратмир Мәүлиев. - Проект дәүләт экспертизаһын үтте. Һатыуға сығабыҙ. Эштәрҙе ағымдағы йылдың октябрендә тамамлайбыҙ". Шулай уҡ 2023 йылда Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында бәләкәй күлде төҙөкләндереү көтөлә. Эштәрҙе быйыл октябрь айында тамамлау күҙаллана. Бер үк ваҡытта «Өфө муйынсағы»экотропын төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр өфөнөң ике районында алты километрҙан ашыу экотроптар эшләнгән. Быйыл эштәр Киров, Октябрь һәм Орджоникидзе райондары биләмәһендә дауам итәсәк.

Өфө мэры 2023 йылда ниндәй парктар һәм скверҙар төҙөкләндереләсәге хаҡында һөйләне
Өфө мэры 2023 йылда ниндәй парктар һәм скверҙар төҙөкләндереләсәге хаҡында һөйләне
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: