Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
4 Май 2023, 09:05

Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндереләсәк

Былтыр ҡаланың 10 популяр проект араһынан өфөләр тауыш биреү юлы менән Аксаков исемендәге баҡсаны яңыртыуҙы һайлағайны. Уны «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегенә индерҙеләр.

Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндереләсәк
Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндереләсәк

Подряд ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев һөйләүенсә, парктың мәҙәни мираҫ объекттары булған тарихи зоналарын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыштылар. Аксаков исемендәге баҡсала тарихи аллея, йәйге амфитеатр, әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе, ваҡиға майҙансығы, хәүефһеҙ япмалы балалар уйын комплексы, асыҡ китапхана барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, бында төрлө йәштәгеләр өсөн ял итеү өсөн шарттар булдырырға ниәтләйҙәр.

Республика Башлығы парк зонаһында һәм спорт майҙансығында урынлаштырыуҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ эскәмйәләр, беседкалар һәм яҡтыртыу менән йәйәү йөрөү зонаһын важекле эшкәртеүҙең мөһимлеген билдәләне. Архитекторҙар XIX быуат стилендә фонарҙар ҡуйып, төҙөкләндереүгә ретро-мотив индерергә вәғәҙә бирә. Тиҙҙән төҙөүселәр парктағы быуаны сүп-сарҙан һәм ылымыҡтарҙан таҙартасаҡ, һыу ятҡылығы ярын төҙөкләндерәсәк. Реконструкциянан һуң бында аҡҡоштар ҙа ҡайтыр, тигән өмөт бар. Проекттың баш архитекторы Юлиә Мөхәмәтйәрова әйтеүенсә, реконструкция ваҡытында ҡиммәтле ағастар һаҡланасаҡ. 1834 йылдан баҡсала үҫкән иң боронғо ҡарағас - үҙе тере тарих.

Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндереләсәк
Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндереләсәк
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: