Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
24 Июль , 12:37

Йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар

Район-ҡала халҡы ғына түгел, беҙгә килгән ҡунаҡтар ҙа Мәләүездәге ыңғай күренештәргә һоҡлана һәм ошо матурлыҡты тыуҙырыусыларға рәхмәтле.

Мәләүез 2017 йылдан “Заманса ҡала мөхите” федераль программаһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә 11 объект яңыртылған һәм тағы 5 йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ҡалған Гагарин паркы беренселәрҙән булып тап ошо программа сиктәрендә төҙөкләндерелде. 2018 йылда уны асыу тантанаһын яҡташтар әле лә яҡшы хәтерләй.

Мәләүез район-ҡалаһының почетлы гражданы, йәмәғәт фекере лидеры Ғәлиә Кәримова:

“Мәләүездәр өсөн Гагарин паркы - тарихи урын. 1908 йылда купец Баязитов Мәләүез ауылынан ситтә урынлашҡан буш урынды матурлау, биҙәү маҡсатында ошо аҡланда эскәмйәләр урынлаштыра, ағас үҫентеләре, һуңғараҡ сәскәләр ултырта. Был изге эш йылдан-йыл киңәйтелә һәм парк тип атала башлай. Ҡунаҡтар, балаларҙың яратҡан урыны була. 1961 йылда Юрий Гагарин космосҡа осҡас, уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Гагарин паркы исеме бирелә,- тип һөйләй торған ине беҙҙең күрше инәй”.

“Дан” ял һәм мәҙәни паркы ла мәләүездәрҙең, ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны. Ул күптәрҙең хәтерендә  иҫтәлекле осрашыу, тарихи саралар урыны булараҡ та һаҡлана. Бында яңырыу осоро 2018 йылдан алып барыла. Йылдар үтеү менән паркты ремонтлау, төҙөкләндереү мәсьәләһе тыуа.

“Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы бынан 7 йыл элек был урында төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланған ине.

Йылдағыса быйыл да “БашСтройМатериалы” кампанияһы паркта 4 этаптан торған төҙөкләндереү эштәрен май айынан дауам итә. Проектҡа ярашлы, төньяҡ һәм көньяҡ инеү урындары, парктың үҙәк өлөшө һәм фонтан майҙаны яңыртыла. Бөгөн төҙөүселәр сифатлы япма түшәү менән мәшғүл. Төҙөлөш материалы, техника, эшсе ҡулдар етәрлек. Һауа торошо ҡоро торғанда эштең бер өлөшө август айында, ҡалғаны октябрҙә тамамланырға тейеш.

 Байсарова Алһыу Миҙхәт ҡыҙы, 15-се балалар баҡсаһы мөдире:

“Ҡаланың һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәреүенә шатланам. Бөтә ерҙә йәшеллек, яңырыу, үҙгәртеп ҡороу алып барыла. Был халыҡ кәйефендә лә сағылыш таба. Мин белгән унлаған йәш ғаилә ошо үҙгәрештәрҙе күреп, ҙур ҡалаларҙан Мәләүезгә йәшәргә ҡайтты. Беҙҙә яңы эш урындары барлыҡҡа килә, торлаҡ төҙөлә. Республика һәм федераль программалар ярҙамын тоябыҙ. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән яңыртылған паркка сәйәхәт ҡылабыҙ”.

 Теүәл бер йылдан һуң ошо уҡ программала Мәләүез проектты уңышлы яҡлап федераль конкурста еңде һәм “Ғаилә”, Йәшлек” скверҙары, Туғайлы биҫтәһендә ял майҙансығы, Йәштәр ҡасабаһында балалар майҙансығы  һәм бөгөн ҡаланың иң күркәм урындарының береһенә әйләнгән Мәләүез йылғаһы яры төҙөкләндерелде.

“Ғаилә” скверы ла бөгөн ҡаланың иң күркәм урындарына әүерелде. Никахтарын теркәү тантанаһынан һуң йәштәр был урынға килеп, бер- береһенә тоғролоҡҡа ант бирә. Район хакимиәте башлығы алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы ошонда тәбрикләй.

“Быйыл  ғаиләбеҙҙең юбилей йылы. Ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы сиктәрендә “Ғаилә” скверында Рөстәм Шәмсетдинов беҙгә “Тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырҙы”, -ти Зилә һәм Илгиз Фәйзуллиндар.

2020 йылда ошо программа сиктәрендә төҙөкләндереүҙең икенсе этабы Мәләүез йылғаһының Октябрь урамынан Спорт һарайына тиклем арауыҡты үҙ эсенә алды. Бында юлға асфальт түшәлде, ял итеү урындары урынлаштырылды, яҡтыртыу лампалары ҡуйылды һәм балалар уйын майҙансығы сафҡа тапшырылды.

2021 йылда тағы 5 йәмәғәт биләмәһе федераль проект буйынса төҙөкләндерелде. Спорт һарайы биләмәһендә Мәләүез йылғаһына төшөү баҫҡыстары төҙөлдө, йылы яҡҡа осмай үҙебеҙҙә ҡышларға ҡалған үрҙәктәрҙе ашатыу өсөн ҡоролма урынлаштырылды. Ҡаран урамы яғынан автомобилдәр өсөн туҡталыш булдырылды. Күпер аша сыҡҡас, йылғаның Сәнғәт мәктәбенә яҡын урында  рәсем төшөрөү менән шөғөлләнгән балаларға махсус майҙансыҡ төҙөлдө, ял итеү урындары сафҡа тапшырылды. Йылға ярына яҡын ошолай уҡ баҫҡыслы  майҙансыҡ Ленин урамы аша үткән күпер янында ла төҙөлдө. Универмаг алдындағы фонтан үҙгәртеп ҡоролдо.

“Емеш-еләк питомнигы” биҫтәһендә лә йәйәүлеләр өсөн юл, сүп-сар һауыттары, яҡтыртыу лампалары, махсус япма менән ҡапланған балалар майҙансығы барлыҡҡа килде.

2022-2023 йылдарҙа тағы 3 йәмәғәт биләмәһе – Мәләүез йылғаһы ярын буйлап  Буранғолов һәм К. Маркс урамдары төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Гагарин паркында күләмле эштәр башҡарылды.

Йылдар үтеү менән паркты ремонтлау, яңыртыу мәсьәләһе тыуа. “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы бынан 7 йыл элек был урында төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланған ине. Быйыл да “БашСтройМатериалы” кампанияһы паркта 4 этаптан торған төҙөкләндереү эштәрен май айында уҡ башлаған. Проектҡа ярашлы, төньяҡ һәм көньяҡ инеү урындары, парктың үҙәк өлөшө һәм фонтан майҙаны яңыртыла. Бөгөн төҙөүселәр сифатлы япма түшәү менән мәшғүл. Төҙөлөш материалы, техника, эшсе ҡулдар етәрлек. Һауа торошо ҡоро торғанда эштең бер өлөшө август айында, ҡалғаны октябрҙә тамамланырға тейеш.

Башҡарылған эштәр техник талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Киләһе йылдарҙа ла бындай йүнәлештә эш дауам итәсәк.

Йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар
Йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар
Йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар
Йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: