Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
14 Ноября 2019, 19:47

Елкәндәр бит елдә һынала...

Бигерәк ауыр - дуҫтар һинең арттан Яман уйҙар уйлап ҡалһа ла... Дуҫтар әйткән ауыр һүҙҙәр ҙә бит Йөрәккә уҡ булып ҡаҙала...

Бигерәк ауыр - дуҫтар һинең арттан

Яман уйҙар уйлап ҡалһа ла...

Дуҫтар әйткән ауыр һүҙҙәр ҙә бит

Йөрәккә уҡ булып ҡаҙала...


Ҡушымта:

Сит-ят кеше яҡын була ала,

Иң яҡын дуҫ дошман була ала...

Ауыр саҡта һына, һына дуҫтарыңды -

Елкәндәр бит елдә һынала...


Тормош юлдарында йығылмайса

Атлар өсөн яҡын дуҫ кәрәк...

Юғалтмағыҙ яҡын дуҫығыҙҙы

Ундай дуҫтар хәҙер бик һирәк...


Һинең өсөн утҡа инһә генә -

Дуҫтар ысын дуҫ булып һанала...

Оҙон юлда дуҫтар һыналғандай,

Елкәндәр бит елдә һынала...
Нурия ЙӘРМӨХӘМӘТОВА репертуарынан.
Читайте нас