Башҡортостан еренең ҡылғанлы бесәнен ашап, таҙа һыуын эскән һыйыр һөтөнән әсетелеп яһалған экологик таҙа башҡорт ҡорото иң файҙалыһы икәнлеген беләһегеҙме? Уның составына ингән көслө биологик әүҙем матдәләр вирустың нейрон бәйләнешенә ҡамасаулай (блокадаға ала).
Һөҙөмтәлә, сир сигенә, кеше организмы антиматдәләр һәм ауырыуға бирешмәүсән иммунитет эшләп сығара башлай. Ҡороттоң киптерелгәне йәки йомшаҡ көйөнсә лә иҙеп һурпаға һалып та ҡулланыла. Бәғзеләр сәйҙе лә ҡоротһоҙ эсмәй.
Ныҡлы әсегән ҡатыҡтан фәҡәт боронғо ысул менән оҙаҡ итеп ҡайнатып яһалған ҡорот ҡына файҙалы.