Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Марта 2021, 11:06

Хәтер янсығына

Бәлки, кәрәге тейер

*Термоста ят еҫ барлыҡҡа килһә, бер-ике ҡалаҡ дөгө һәм һыу һалып яҡшы ғына һелкетергә кәрәк. Һуңынан ҡайнар һыу менән сайҡарға онотмағыҙ.
* Тотонолоп бөтмәгән һуғанға май һөртһәгеҙ - ул сифатын юғалтмаясаҡ.
* Асылған томат пастаһы ҡапҡасына аҙ ғына ҡоро гәрсис һөртөп йәки өҫтөнә ваҡ тоҙ менән май һалып, күгәреүҙән һаҡларға була.
* Кибә башлаған киҫелгән лимонды һалҡын һыуға һалып тороғоҙ - яңырып китер.
* Тәмләткестәр ҡушылған ризыҡ еҫе оҙаҡ һаҡлана. Уны күпме ашаһағыҙ ҙа, тештәрегеҙҙе ни тиклем таҙартһағыҙ ҙа, еҫ 24 сәғәт буйы һаҡланырға мөмкин. Оҙаҡ ашамай торғанда ла ауыҙҙа еҫ барлыҡҡа килергә мөмкин. Быны бөтөрөү өсөн петрушка, ҡәнәфер, әнис кеүек тәмләткестәр һәм үҫемлектәр сәйнәү ҙә етә. Ауыҙҙан еҫ оҙаҡ ваҡыт килә икән - был шикле сигнал, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, урт, ашҡаҙан-эсәк һәм башҡа ауырыуҙар булмағайы.
Читайте нас