Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
12 Марта 2021, 11:55

Имен-аман булайыҡ!

Марттың сираттағы эш аҙнаһын тамамланыҡ, дуҫтар. Күҙ асҡыһыҙ бураны, йырып сыҡҡыһыҙ көрттәре менән беҙҙе ныҡлыҡҡа һынаған аҙна булды ул. Бирешмәнек, барыһын да сабыр ғына еңеп сыҡтыҡ. Иң мөһиме - беҙ барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ.

Марттың сираттағы эш аҙнаһын йомғаҡланыҡ, дуҫтар. Күҙ асҡыһыҙ бураны, йырып сыҡҡыһыҙ көрттәре менән беҙҙе ныҡлыҡҡа һынаған аҙна булды ул. Бирешмәнек, барыһын да сабыр ғына еңеп сыҡтыҡ. Иң мөһиме - беҙ барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ.Уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһына күп тә кәрәк түгел. Һәр ҡайһыбыҙҙың йүгереп барыр эш урыны, ашҡынып ҡайтыр өйө бар, һағынып көткән яҡындары бар, һый менән тулы өҫтәле бар.
Алда - ял көндәре. Янығыҙҙағыларға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, тәмле ризыҡтар бешереп һыйлағыҙ уларҙы, атай-әсәйегеҙҙең, алыҫтағы туғандарығыҙҙың шылтыратып хәлдәрен белегеҙ. Бер-берегеҙгә ихласлыҡ күрһәтегеҙ, һөйөү бүләк итегеҙ. Был донъяла беҙ бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ. Шуны онотмағыҙ, йәме? Имен-аман булайыҡ, милләттәштәр!
Читайте нас