*– Иптәш директор, hеҙ hаман пьесамды уҡып сыҡмайhығыҙ. Ул hеҙҙең өҫтәлегеҙҙә инде дүртенсе йыл ята, – ти йәш драматург.
– Һеҙ пьесағыҙға шундай оҙон ғүмер бирелгәнгә шатланығыҙ ғына.
– Уны сәхнәгә ҡуйған булhаҡ, икенсе көнөнә үк оноторҙар ине.
*Бер ханымды машина бәрә яҙып, эргәhенән бик ҙур тиҙлектә үтеп китә. Ханым, ҡурҡып, оҙаҡ ҡына ҡатып тора ла, милицияға шылтырата. Унан:
– Номерын иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙмы? – тип hорайҙар.
– Ниндәй номер ти, үҙем саҡ иҫән ҡалдым! Ә бына шофер мыҡты кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы, сөм ҡара күҙле, ҡыҫҡа сәсле, шаҡ ҡатырлыҡ матур, аҡ футболкала ине, – тигән.
*Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә.
– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.
Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала ла:
– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән етмәйәсәк, – ти.