Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
19 Марта 2021, 06:34

Ә һеҙ белә инегеҙме?

Алтынға торошло тәбиғи “дарыу”

*Сәсегеҙ сәләмәт, иҫ киткес матур булһын тиһәгеҙ, һуған ҡабығы ҡулланығыҙ. Буяп та йонсомаҫһығыҙ, төҫө яңырыр, йылҡылдап китер. Бының өсөн бер ус ҡабыҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, 5-10 минут ҡайнатығыҙ, һыуынғас тотоноғоҙ.
*Аш бешергәндә һуғанды тышы менән һалһағыҙ, һурпа тәмләнер. Ҡара, йәшел сәйгә лә бер семтем һуған йәки һарымһаҡ ҡабығы өҫтәгәндә уның тәме үҙенсәлекле булыр.
*Ҡорошҡаҡ тотоуҙан ҡотолоу юлы ла һуғанда, имеш. Бер стакан ҡайнаған һыуға бер семтем ҡабыҡты һалып, ун минут үткәс, һөҙөп алып, төнгөлөккә эсергә мөмкин. Һөҙөмтә шунда уҡ күренә.
*Һуған ҡабығында антиоксидант – кверцетин биофлавоноиды бар (Р витамины төркөмөнә ҡараған биологик әүҙем матдәләр). Ул үҙ йәһәтендә йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, иммунитетты күтәрә, организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара, ҡан тамырҙарын нығыта, микробтарға ҡаршы көрәшә, рак күҙәнәген һәләкәткә килтерә, инсульт, инфаркт ҡурҡынысынан һаҡ­лай, ашҡаҙан, эсәк стеналарында ҡан һауыуҙы иҫкәртә, артрит, ревматизм, аллергия ауырыуҙарын дауалай. Бөтәһен дә һанап бөтөрөрлөк түгел. Бары тик һуған ҡабығын ҡайнатып эсергә генә кәрәк. Сүплеккә ташлар алдынан, алтынға торошло тәбиғи “дарыу”ҙың файҙаһы тураһында онотмағыҙ.
Читайте нас