Файҙалы кәңәштәр
22 Марта 2021, 05:10

Был көн тарихта

Бөгөн 22 март (буранай), дүшәмбе, йылдың 81 – се көнө. Йыл аҙағына тиклем 284 көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 9–сы көнө. Бөгөн ҡояш 07 сәғәт 11 минутта ҡалҡып, 19 сәғәт 34 минутта байый. Көн оҙонлоғо –12 сәғәт 22 минут.Был көн тарихта.

Бөгөн 22 март (буранай), дүшәмбе, йылдың 81 – се көнө. Йыл аҙағына тиклем 284 көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 9–сы көнө. Бөгөн ҡояш 07 сәғәт 11 минутта ҡалҡып, 19 сәғәт 34 минутта байый. Көн оҙонлоғо –12 сәғәт 22 минут.
Был көн тарихта.
Донъяла тәүге тапҡыр ҙур теннис уйыны үткәрелә (1874)
АҠШ-та крахмал етештереүгә патент алына (1841)
Парижда тарихта беренсе тапҡыр кинофильм күрһәтелә (1895)
Лондонда тәүге такси автомобилдәре барлыҡҡа килә (1907)
Донъяла тәүгеләрҙән булып АҠШ Ваҡытлы хөкүмәтте таный (1917)
Өфөлә “Башфармация” ойошмаһы эшләй башлай (1926)
Мюнхендән йыраҡ түгел, Дахауҙа фашистик Германияның тәүге концентрацион лагеры барлыҡҡа килә (1933)
Киев өлкәһендә Чернобыль ҡалаһына нигеҙ һалына (1941)
Карателдәр тарафынан Белоруссиялағы Хатынь ауылында 149 кеше, шул иҫәптән 16 йәшкә тиклем 75 бала яндырылып үлтерелә (1943)
Ленинградта Кеше мейеһе институты асыла (1990).
Өфөгә Президент һайлауҙары алдынан Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путин килә (2000)
Тыуған көндәр. Төрки телдәр белгесе Баскаков Николай Александрович (1905 — 23.03.1996), яҙыусы, тәржемәсе Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (1927—4.08.1997), шағирә Юлдашбаева Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы (1947—16.08.1996), рәссам Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (1949) һ.б.
Иҫкә алайыҡ.
1832: Йоһанн Вольфганг фон Гёте, немец ғалимы һәм яҙыусыһы.
1988: Йософ Гәрәй, башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
2010: Валентина Толкунова, йырсы.
Байрамдар.
Бөтә донъя һыу ресурстары көнө
Халыҡ-ара Балтик диңгеҙе көнө
Халыҡ-ара таксистар көнө
Бәхетле иртәләр, ҡыуаныслы аҙна теләйем hеҙгә, дуҫтарым!
Читайте нас