Көнгәк
+27 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
5 Апреля 2021, 04:46

Үәт, исмаһам, әйткән!

Нөктә ҡуйырға батырлыҡ етмәгәндә, күп нөктә ҡуялар.

*Аҡыллы шашҡанда ла башын юғалтмаҫ.
*Баш эшләһә - тел ял итә, тел эшләһә - башҡа ял юҡ.
*Аҡыллы башын һаҡлар, ахмаҡ – бүркен.
*Йомартлыҡ күп биреүҙә түгел, ваҡытында биреүҙә.
*Аяҡта ныҡ тороу өсөн баш кәрәк.
*Белемде көн дә тулыландырмаһаң – кәмей.
*Бөркөт яңғыҙ осһа, һарыҡ көтөү булып йөрөй.
*Нөктә ҡуйырға батырлыҡ етмәгәндә, күп нөктә ҡуялар.
*Табып биргән уҡытыусы түгел, табырға өйрәткән - уҡытыусы.
*Күпте белеүҙән яҡшы (тәрән) белеү хәйерле.
*Аҡыллы тел тотлоҡмай.
*Белем алырға буш һауыт менән килмәйҙәр.
Ғәбит САДИҠОВ.
Читайте нас