«Аңлағыҙ, ҡәһүә йөрәк өсөн насар түгел. Уны сама белеп эскәндәрҙә инфаркт та, артериаль фибрилляция ла аҙыраҡ», - ти ул. Табип иҫкәртеүенсә, ҡәһүә көнөнә ике-өс стакандан артырға тейеш түгел. Ул билдәләүенсә, бауыр сирле кешеләр дүрт стакан эсә ала, сөнки ҡәһүә был органға дауалау тәьҫире бирә. Бынан тыш, ҡәһүә Паркинсон һәм остеопороз кеүек ауырыуҙарҙы булдырмауҙа ыңғай йоғонто яһай, ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә лә эйә.