Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
9 Апреля 2021, 10:28

Орлоҡ һайлар ваҡыт

Һуғанһыҙ аш-һыу әҙерләүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Уның тәме лә төрлөсә: ағы ныҡ әсе булһа, ҡыҙылы сөсө һәм татлы. Һәр кем үҙенә оҡшағанын ултырта. Һатып алғанда ҙурлығына ла иғтибар бирергә кәрәк. Эреһен алырғамы әллә вағы уңышты мул бирәме?

Һуғанһыҙ аш-һыу әҙерләүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Уның тәме лә төрлөсә: ағы ныҡ әсе булһа, ҡыҙылы сөсө һәм татлы. Һәр кем үҙенә оҡшағанын ултырта. Һатып алғанда ҙурлығына ла иғтибар бирергә кәрәк. Эреһен алырғамы әллә вағы уңышты мул бирәме? Бер сантиметрға тиклем диаметрлыһы ваҡ һанала, яҙын ундайҙы ултыртыуҙан фәтүә юҡ. Туҡлыҡлы матдәләр запасы аҙ булыу сәбәпле, ҙур булып үҫә алмай. Ваҡ орлоҡто көҙҙән сәсеү хәйерле.
Диаметры 1-1,8 сантиметрлы һуған орлоғо яҙ ултыртыу өсөн иң яҡшыһы һанала. Ул сәскә атмай, эре булып үҫә. 1,8-2,4 сантиметр диаметрлыһы сәскә атыуы ихтимал, айырыуса иртә ултыртып, һалҡынға эләкһә. Шуға эрерәге менән ашығырға ярамай. Ҙурын йәшел һуған өсөн генә ултыртырға мөмкин.
Орлоҡто һатып алғас, бер нисә көн йылы урында таратып киптерегеҙ. Һуңынан 10-15 градус йылылыҡта 70-75 процент дымлылыҡ һаҡланған урында тоторға кәрәк.
Фото: 5-nt.ru
Читайте нас