Баҡса эшен яратҡан, уңған баҡсасылар миҙгел асылыуын көтә. Мул уңыш алыу өсөн яҡтылыҡтың, йылылыҡтың тәүлек әйләнәһенә етерлек булыуы, ни тиклем һыу кәрәклеге - мөһим шарт.
- Үрсетмә өсөн ерҙе тупраҡ, тиреҫ, көл ҡушып, көҙҙән әҙерләйем. Февралдә яйлап борос, иртә өлгөргән помидорҙы сәсә башлайым. Мартта уларҙы һирәкләп күсерәм.
Май башында ергә (япма аҫтына) ултыртырға ниәтләп торам.
Үҫентеләремде иркәләйем, яратып һөйләшәм. Һөҙөмтәлә уңышымдан йыл һайын ҡәнәғәтмен, - ти тәжрибәле баҡсасы Зилә Сәлимгәрәева.
Мәрхәбә Ғәйнетдинова фотоһы.