Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Апреля 2021, 05:10

Боронғо ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш булыу серҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле

Ниндәй генә йәштә булмаһын, был донъяла сәләмәт һәм матур булырға теләмәгән ҡатын-ҡыҙ бик һирәктер. Боронғо замандар ҙа уҡ гүзәл зат йәш, сибәр булып ҡалыу тураһында уйланған һәм һәр халыҡтың һылыуҡайҙарының үҙенең матурлыҡ сере булған.

Египет батшабикәһе Клеопатра, мәҫәлән, һыуға һөт ҡушылған ваннаһы ингән, сәсен йомортҡа һарыһы менән йыуған, тәнен диңгеҙ тоҙо, һөт өҫтө менән ышҡыған.
Испания королеваһы Изабелла аҡ сәскә, розмарин, юл япрағы, меңъяпраҡ, лилиә һәм рауза сәскәһенән битлек эшләргә яратҡан. Даими һәм системалы рәүештә үҙен ҡарауы сәбәпле ул оло йәштә лә йәш булып күренгән.
Сәләмәтлеге бик үк шәптән булмаһа ла, Людовик VI фавориткаһы маркиза де Помпадур йомортҡа ағына һөт өҫтө һәм лимон һуты ҡушылған битлек яһау һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт матур күренгән. Ул шулай уҡ һәр көн иртән лимон һуты менән битен йыуған, аҙаҡ зәйтүн майы һөрткән. Бынан тыш, ул көн дә бер стакан кишер һутына бал ҡушып эскән. Был эсемлек уға көн буйына етерлек көс һәм күтәренке кәйеф биргән.
Һәм тағы ла... Тышҡы матурлыҡ һәм нәзәкәтлелек беҙҙең уйҙарыбыҙҙың таҙа, яҡты булыуына бәйле. Шуға күрә кем сибәр булырға, йәш ҡалырға теләй, күңелен бысраҡ уйҙарҙан арындырырға тейеш.
Үҙеңә, яҡындарыңа, эргә-тирәләге кешеләрҙе аңларға, уларға һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарарға өйрәнегеҙ. Был, әлбиттә, еңел түгел, әммә һөҙөмтәһе бик яҡшы.
Үҙегеҙгә ышанығыҙ, эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, яһалмалыҡтан ҡасығыҙ, яратығыҙ, яратылығыҙ. Яратыу тойғоһо бик көслө, тап ул ғына матурлыҡ һәм йәшлек энергияһы бирә.
Читайте нас