Файҙалы кәңәштәр
16 Мая 2021, 16:20

Лимон еҫе дауалай

Лимондың организмда ҡайһы бер физиология реакциялары булдырған магик көскә эйә булыуы билдәле. Еҫ менән дауалаусылар уны йоҡлар алдынан карауат эргәһенә ҡуйһаң, йоҡоноң, һауаның сифаты яҡшыра, тип иҫәпләй. Был ысул астма менән ауырығандарҙың тын алыуын еңеләйтергә мөмкин.

Ул антиоксидантҡа, бактерияларға ҡаршы матдәләргә бай. Йоҡлаған ваҡытта уның еҫе тын алыу юлдарын таҙарта. Бынан тыш, серотониндың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә, кәйефте күтәрә. Лимон һәм башҡа цитрус емештәре еҫен һулау шулай уҡ күкрәктәге, тын алыу ағзаларындағы оҙаҡҡа һуҙылған сирҙәрҙе бөтөрә. Ә бына серәкәй, ҡырмыҫҡалар уларҙың еҫен яратмай. Тәнегеҙҙе лимон тышы менән ышҡыһағыҙ йәки уны мендәрегеҙ янына ҡуйһағыҙ, ул һеҙҙе серәкәй һәм башҡа бөжәктәрҙән һаҡлар.
Читайте нас