Балыҡ тоторға әүәҫ булып та уны ашарға яратмағандар бармы икән арабыҙҙа? “Ҡурылған ажау балығының ҡылсығы күп, тәме лә иҫ китерлек түгел”, -ти ҡайһы бер гурмандар. Бәлки, уны бешерә лә белергә кәрәктер? Һеҙгә ажау балығын бешереү рецебын тәҡдим итәм, телеңде йоторлоҡ!
Эсен ярып, айғолағын, ҡылсығын таҙартҡандан һуң, үткер бысаҡ менән ваҡ йыш-йыш киҫкеләп сығабыҙ, улай иткәндә ваҡ ҡылсыҡтары ла телгеләнә. Артабан әҙ генә тоҙлайбыҙ ҙа, онда әүәләп алабыҙ. Балыҡты ҡурыр өсөн майҙы йәлләмәгеҙ! Һүрән утта бер яғын бешереп алғас, икенсе яғына әйләндерәбеҙ, ҡалаҡ менән ҡайнар майҙы өҫтөнә һалып тороға онотмағыҙ. 20 минут тигәндә, телде йоторлоҡ ризыҡ әҙер, табынға бирһәгеҙ ҙә ярай!