Көнгәк
+3 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Мая 2021, 05:30

Яҙҙар яҙға оҡшамаған...

Ер өҫтөнә бер тамсы һыу төшкәне юҡ, ҡурып алып бара. Тирә-яҡта халыҡ ямғыр теләү йолаһын башҡара. Беҙ ҙә Хоҙайҙан яуым һорайыҡ.

Һеҙгә лә быйылғы яҙ яҙға оҡшамаған кеүекме? Элек бөрөләрҙең яйлап ҡына бүртеүен, үләндең морон төртөүен күҙәтә инек. Тәүге сәскәләрҙең ер аҫтынан сығыуын түҙемһеҙләнеп көттөк. Муйыл, сирень еҫенән баштар әйләнеп йөрөгәнде иҫләйһегеҙҙер. Быйыл быларҙың барыһы ла тиҙ генә булды. Ләйсән ямғырға биттәрҙе ҡуйып онотола инек, уныһы ла яуманы. Тәүге күк күкрәүҙә иҙәндә аунаған саҡтар һағындырҙы.
Быйыл яҙ әллә булды, әллә юҡ кеүек. Ҡапыл эҫетеп, йәй башланды ла китте. Ер өҫтөнә бер тамсы һыу төшкәне юҡ, ҡурып алып бара. Тирә-яҡта халыҡ ямғыр теләү йолаһын башҡара. Беҙ ҙә Хоҙайҙан яуым һорайыҡ.
Читайте нас