Һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр баҡсасылар ниндәй генә үҫемлектәр, ҡыуаҡтар ултыртмай. Көҙҙән теплица эсенә һибеп сыҡҡан салат орлоҡтары яҙын дәррәү генә шытып сыҡты. Өҫтәлемдәге ашамлыҡтар исемлегенә индерҙем әле. Ни өсөн тиһегеҙме? Унда витаминдар күп һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сер генә итеп әйтәм: унда калорийҙар бик аҙ.
А, В, С, Е, К, РР төркөмөнә ҡараған витаминдар сәс, тырнаҡ, һөйәк торошона ыңғай йоғонто яһай. А һәм Е төркөмөндәгеһе ҡатын-ҡыҙ һаулығы, бигерәк тә репродуктив система өсөн бик мөһим. Салат үләнендә булған марганец организмға витаминдарҙы үҙләштерергә ярҙам итһә, магний ҡан тамырҙары, йөрәк мускулдарын нығыта. Был үлән шулай уҡ холестерин кимәлен аҙайта, организмда ҡан әйләнешен яҡшырта. Ашҡаҙан, йөрәк сирҙәренә профилактика сараһы булараҡ та бик файҙалы. Варикоз сире, тромб барлыҡҡа килеүҙе киҫәтә. Белгегеҙ килһә, салатта булған антиоксиданттар организмға ҡартайыу процессын туҡтатырға булышлыҡ итә, биттәге һырҙарҙы кәметә. Онкологик сирҙәргә профилактика сараһы булараҡ та аш-һыуҙа ҡулланырға мөмкин. Ябығырға теләгәндәрҙең ҡолағына сер генә итеп әйтәм: 100 грамм япраҡта 30 килокалоий ғына, тағы ла аппетитты кәметә. Нервы системаһын тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға ла ул бик файҙалы.
Уны нисек ашарға? Үҙегеҙ үҫтермәгән хәлдә, һатып алһағыҙ, ҡулланыр алдынан бер литр һыуға бер аш ҡалағы аш һеркәһе ҡушып, шуның менән яҡшылап йыуығыҙ.