

Аш содаһының иҫ киткес файҙаһы тураһында белә инегеҙме?
Аш содаһы ғына тимәгеҙ! Ябай ғына соданың файҙаһы бик ҙур икән.
Йәшелсә, салат япраҡтары һәм еләк-емеш йыуа торған һыуға 1 литрға 1-2 сәй ҡалағы иҫәбенән сода өҫтәһәгеҙ, ашай торған ризыҡтарҙы дезинфекциялай.
Фасоль, башҡа ҡуҙаҡлылар тиҙерәк бешһен өсөн һыуға аҙ ғына сода өҫтәргә мөмкин.
Кәстрүл, таба көйһә, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы сода ҡушырға. Ҡатнашманы табаға һылап, 15 минут тотҡандан һуң йыуырға кәрәк. Ул майҙы ла бөтөрә.