Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
9 Август 2023, 10:02

Йәш картуф шифаһы

Картуф - «икенсе икмәк» тигән һүҙҙәр бар. Әммә ул туҡлыҡлы ризыҡ ҡына түгел, ә шифалы дауа ла.

Йәш картуф шифаһыЙәш картуф шифаһы
Йәш картуф шифаһы

Картуф - «икенсе икмәк» тигән һүҙҙәр бар. Әммә ул туҡлыҡлы ризыҡ ҡына түгел, ә шифалы дауа ла.
Йәш картуф гастрит, аш­ҡаҙан йәрәхәте, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, артрит, аллергия, һалҡын тейеү, ревматизм, радикулит йонсотҡанда ярҙамға килә.
Ашҡаҙан һутында әселек юғары булһа йәки унда йәрәхәт табылһа, картуфты ҡыр­ғыста ыуып, һутын һығалар. Ас ҡарынға 100-150 мл эсәләр. 20 минут ашамай торорға.
Варикозда - ҡан тамырҙары киңәйгәндә картуфты ҡырғыстан үткәреп, шул иҙмәне аяҡҡа бәйләйҙәр. Өҫтөнән полиэтилен ябып (ике башы өҙөлгән пакетты ҡуныс кеүек кейергә мөмкин), йылы яулыҡ урайҙар. Был төнгөлөккә эшләнә. Дауаланыу курсы - 2 аҙна.
Бөйөргә таш ултырғанда, йыуып әрселгән 2 картуф ҡабығын аҙ гына һыуҙа йомшарғансы бешерәләр. Төнәтмә ултырғас көнөнә 2 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда эселә. Дауаланыу курсы - 2 аҙна.
Ревматизм интектергәндә, бил һыҙ­ла­ғанда 0,5 кг картуфты ҡабығы менән бергә бешерәләр. Бер аҙ һыуынғас, 3-4 балғалаҡ сәй содаһы ҡушып иҙәләр. Ошо иҙмәне ауырт­ҡан урынға һылап, бәйләп ҡуйырға.

Йәш картуф шифаһы
Йәш картуф шифаһы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас