Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
28 Март 2024, 09:38

Ялҡытты бынау шпора! Һеҙ нисек дауаланаһығыҙ?

Күптәрҙең йәнен ҡаҡшатҡан ауырыуға халыҡ медицинаһы буйынса дауа тәҡдим итәбеҙ.  

Беренсеһе: 10 төймә аспирин төймәһен ныҡлап иҙгәс, 250 г араҡыға һалып бутарға. Ике тәүлек ҡаранғы урында төнәткәс, ҡулланырға ярай.

Кисен марля киҫәген ошо шыйыҡсаға манып, шпора өҫтөнә ҡуйырға ла, полиэтилен менән ҡапларға. Йылы ойоҡбаш кейеп йоҡларға. Иртәнсәк аяҡтарҙы йыуып, таҫтамал менән ҡороторға һәм йомшартыусы крем һөртөргә. 

Процедураны 10-15 көн рәттән ҡабатларға. 

Икенсе ысул: Йомортҡаны стаканға һытып, өҫтөнә 100 грамм һеркә ағыҙырға һәм ҡатнашманы ҡараңғы урынға ҡуйырға. 3-4 көн торғандан һуң йомортҡаны һеркәнән алып, уның йоҡа элпәһен тишеп, ағын ағыҙып алалар. Йомортҡа һарыһын айырым һауыта һалып, күбекләнгәнсе болғатырға. Уға 100 грамм скипидар һәм стакан төбөндә  ҡалған һеркәле ҡатнашманы аҙ-аҙлап ҡына ҡушып әҙер ҡатнашманы ҡара төҫтәге шешәгә ағыҙып, ҡараңғы урынға ҡуйырға. Шпораны кис дауаларға кәрәк. Диңгеҙ тоҙо һалып әҙерләнгән ярты литр һыу әҙерләйҙәр. Йылы һыу менән ауыртҡан урында йыуып, таҫтамал менән ҡороторға. Ҡатнашма һөртөлгән шпораны йөн туҡыма менән ҡаплап, йылы компресс ҡуйып төнгөлөккә ҡалдыралар. Процедураны 7-10 тапҡыр ҡабатларға кәрәк.

 

Ялҡытты бынау шпора! Һеҙ нисек дауаланаһығыҙ?
Ялҡытты бынау шпора! Һеҙ нисек дауаланаһығыҙ?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас