Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
25 Апрель 2024, 01:46

БОРОС ҮҪЕНТЕҺЕ БУЙҒА ҮҪЕП КИТМӘҺЕН

Баҡсаға түтәлгә йәки теплицаға сығарып ултыртҡанда борос үҫентеләренең һабағы көслө, йәғни ныҡ булырға тейеш. Нәҙек, оҙон булһа, ул көсһөҙ була. Яңы тупраҡҡа ерегеп китә алыуы ауырға төшәсәк.

БОРОС ҮҪЕНТЕҺЕ БУЙҒА ҮҪЕП КИТМӘҺЕНБОРОС ҮҪЕНТЕҺЕ БУЙҒА ҮҪЕП КИТМӘҺЕН
БОРОС ҮҪЕНТЕҺЕ БУЙҒА ҮҪЕП КИТМӘҺЕН
Үҫенте йыуан, ныҡ булһын өсөн яҡтылыҡ кәрәк. Өй шарттарында тейешле яҡтылыҡҡа өлгәшеү ауыр, сөнки күп ваҡыт үҫенте йылыла тотола. Тәжрибәле баҡсасылар яҡтылыҡты һалҡынса һауа менән алмаштыра. Төбөнә бары һыу ғына һибеп торалар. Үҫентеләрҙе көндөҙ 15 – 17 градус йылылыҡта, ә төндә 10 градус йылылыҡта тотоу уңайлы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә үҫентеләр йыуан һәм ныҡ булыр, ә иң мөһиме, оҙонайып китмәҫтәр.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас