Сәсеү өсөн уңайлы көндәр: 10, 11, 12, 13, 14, 17, 18, 19, 25, 27, 31 май. 7 майҙан 10-на тиклем һуған, ҡабаҡ, картуф һәм ҡарбуз ултыртырға мөмкин. 11 - 20 майҙа тамыраҙыҡ, йәшел культуралар, кәбеҫтә, кишер, еләк, ер еләге, күп йыллыҡ сәскәләр ултыртырға ҡулай. Был осорҙа шулай уҡ сөйәл үләне һәм йәш кесерткән әҙерләргә мөмкин. 21-31 майҙа томат, борос, баклажан, кәбеҫтәнең бөтә төрҙәрен, салат, тамыраҙыҡ һәм башҡа баҡса культураларын ултыртығыҙ. Тупраҡты органик ашламалар менән туҡландырыу һәм декоратив ағастарҙы аталандырыу өсөн уңайлы ваҡыт.
Тағы ниндәй эштәр башҡарырға мөмкин? Үҫентеләрҙе 5, 7, 12, 13, 14 майҙа ултыртырға мөмкин. Тупраҡты 2, 3, 9, 10, 11, 15, 16 майҙа эшкәртергә, газонды 1, 5, 15, 25 майҙа сабырға мөмкин. Ҡый үләндәре менән көрәшеү өсөн 2, 6, 9, 16, 20, 26 май ҡулай. Үҫемлектәрҙе 11, 25, 28, 29 майҙа туҡландырырға кәрәк. Орлоҡтарҙы тағы 17, 18, 21, 22, 30, 31 май сәсергә мөмкин. Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып формалаштырыу өсөн 1, 3, 4, 13, 25, 26, 29 май яҡшы. Үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һәм бөжәктәрҙән 1, 2, 12, 23, 30, 31 май эшкәртегеҙ.