Тыйыуҙар

Тыйыуҙарға ҡолаҡ һалығыҙ 

Добавить в предпочтительные источники Google
ТыйыуҙарТыйыуҙар
Тыйыуҙар

* «Теймә, алма, ярамай!» тип нотоҡ уҡыу, әрләү, ҡысҡырыныу урынына, ни осон ярамағанын ябай ғына, әммә фәһемле, хәтерҙән юйылмаҫлыҡ итеп аңлатып биргән боронғолар.
* Алдашмағыҙ, алдашҡандың, ғәйбәт һөйләгәндәрҙең телдәре эйәктән аҫҡа аҫылынып тора ти теге донъяла.
* Борон ҡымыҙҙы, һөттө, итте һатмағандар, һатырға ярамаған.
* Егет уйындан ҡайтып, ут ҡабыҙмай ҡараңғыла ашаһа, кәләше бур була.
* Икмәкте бер ҡулың менән һындырырға ярамай; юҡһа ризыҡтың бәрәкәте кәмей.
* Йәш баланың тәү алған сәсен һаҡларға кәрәк, ташларға ярамай, юғиһә бәхетһеҙ була.
* Юлға сыҡһаң, артыңа ҡарамай сыҡ.
* Кеше аяғын аша атлаһаң, насар була (уңышһыҙлыҡҡа).
* Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.
* Кешене нахаҡҡа ҡарғама — үҙеңә төшөр.
* Кешегә ҡаты бәрелмә, рәнйетеп ҡуйыуың бар. Кеше рәнйеше ҡарғыштан да яман.
* Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, ни- мәгә аптырайһың - шул алдыңа килер.

Тыйыуҙар
Тыйыуҙар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас