Бәләкәй малай – атаһына:
– Һин айыуҙан ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ, улым, ҡурҡмайым.
– Ә арыҫландан?
– Юҡ.
– Ә пистолетлы бандиттан?
– Ҡурҡмайым.
Малай бер аҙ уйланып тора ла:
– Улайһа, һин тик әсәйҙән генә ҡурҡаһың булып сыға инде, – тип ҡуя.
Яңы саҡ ҡәләм тирбәтә башлаған яҙыусы – ҡәләмдәшенә:
- Ҡара әле, яңы повесыма ниндәй исем ҡушайым икән?
- Унда ҡурай тураһында һүҙ бармы?
- Юҡ.
- Ә ҡымыҙ?
- Юҡ.
- Улайһа, “Ҡурайһыҙ һәм ҡымыҙһыҙ” тип ата ла ҡуй.