Бәхет йомғағыңды юғалтырға -
Бер һүтелә башлау етә икән.
Яңылыш ҡына ҡулдан төшөрөүгә,
Тәгәрәй ҙә бәхет китә икән...
Мәңге көслө булып йәшәп булмай -
Сәләмәтлегең дә бөтә икән.
Икең бергә һаҡлай алмағанда,
Ташҡын ҡайнар хистәр үтә икән.
Тормош ҡиммәттәре ҡайсағында
Үҙ көстәрен тамам юя икән.
Яҙмыш, беҙҙең сабырлыҡты һынап,
Һынау арты һынау ҡуя икән...
Тормоштағы бик күп ауырлыҡтар
Бер яңылышыу менән килә икән...
Шул йомғаҡты һаҡлау кәрәклеген
Һиҙә микән кеше, белә микән?!!
Алһыу Иҙрисова